Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2019, 14:11
Күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ ризыҡ юҡ
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары күкрәк һөтөн имеҙеү һәм балаларҙың һимереүе араһындағы бәйләнеште тикшергән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары күкрәк һөтөн имеҙеү һәм балаларҙың һимереүе араһындағы бәйләнеште тикшергән.
Европаның 22 илендә түбән кластарҙағы мәктәп уҡыусыларының һаулыҡ торошон өйрәнгәндән һуң, 13,7 миллион баланың 400 меңе һуңғы сиктәге һимереүҙән яфаланыуы асыҡланған, ә артыҡ ауырлыҡ һәр бишенсе балала теркәлгән. Асыҡланыуынса, бер ваҡытта ла күкрәк һөтө менән туҡланмаған балалар был сиргә бигерәк тә тиҙ бирешә.
Дөйөм алғанда, сабый саҡта балаларҙың 77 процентына күкрәк һөтөн имеҙгәндәр. Был исемлеккә Ирландия инмәй: баҡһаң, был дәүләттә бәләкәстәрҙең 46 проценты әсә һөтөнән мәхрүм. Францияла ошо күрһәткес – 38 процентҡа, Мальтала 35 процентҡа тиң.
Белгестәр иҫкәртә: бала күкрәк һөтөн ни тиклем оҙағыраҡ имә, ул шул тиклем һимереүҙән, артыҡ ауырлыҡтан һаҡлана. Әсәйҙәргә баланы алты айға тиклем имеҙергә, артабан өҫтәмә туҡланыу индерергә, күкрәк һөтө менән иһә ике йәшкә һәм унан да күберәк имеҙергә тәҡдим ителә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.