Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип Фәриҙә Фәтих ҡыҙы Хөсәйенованың оҙаҡ йылдар дауамында ошо өлкәлә һалған тырыш хеҙмәте күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Фиҙакәр хеҙмәтен баһалап бирелгән, шәхси архивында һаҡланған Маҡтау грамоталары, халыҡ рәхмәте, бәхетле әсәләр йылмайыуы һәм сабыйҙарҙың донъяға ауаз һалыу шатлығын кисереү – изге һөнәр эйәһенең иң һөйөнөслө миҙгелелер.
1977 йыл. Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлаған ҡыҙ Өфө ҡалаһындағы 8-се дауаханала акушерлыҡ һәм гинекология буйынса интернатура үтә. Балтас районына ҡайтҡан көндән башлап Фәриҙә Фәтих ҡыҙының хеҙмәт юлы үҙәк район дауаханаһына бәйле. 39 йыл дауамында бала табыу бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы табибы бурысын үҙ өҫтөнә ала. Хирургия бүлеге ҡаршыһындағы алты урынлыҡ палаталағы ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү, дауалау ҙа Фәриҙә Хөсәйенова яуаплылығында.
– Үҙебеҙ “үлеп терелгән” осраҡтар күп булды. Бер нисәһенә туҡталып үтәйем әле, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Һикһәненсе йылдар башы. Ғинуар айы. Шәмбе көн. Бәпәйләргә килгән Ҡурас ауылы ҡатыны мунса инергә һорап ҡайтып китте. Иртән килә алманы, сөнки көслө буран сыҡты. Тулғаҡ тота башлағанын беҙгә хәбәр иттеләр. “Ашығыс ярҙам” машинаһына ултырып, акушерка менән юлға сыҡтыҡ. Тоҙло Уба ауылы эргәһендә машина үтә алманы, юлды ҡар баҫҡан. Төшөп ҡалдыҡ, аҙаҡ энергетиктарҙың “танкетка”һына ултырып Иванай ауылына ҡәҙәр барҙыҡ. Иванайҙан Уразайға ҡәҙәр “Беларусь” арбаһы башында килдек. Уразайҙа ҡайным ат егеп, беҙҙе санаһында Соҡалы ауылына илтте. Юлға сығыуыбыҙға ун ике сәғәт тигәндә саҡ барып еттек.
Ҡурас ауылынан дауаханаға юлланған йөклө ҡатын Соҡалы фельдшеры Светлана Хажиуллинаның өйөндә бәпәйләгән. Ҡыҙ бала тыуған. Беҙҙе Светлана апай ҡаршы алды, барыбыҙҙы сәй эсерҙе. Кискә буран тынғас, “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла килеп етте. Һәм беҙ киске сәғәт етелә, бәпес менән әсәне алып, Балтасҡа юлландыҡ. Был ваҡиғаға күп ваҡыт үтте. Буранда донъяға килгән ҡыҙ үҙе әсә булды хәҙер. Осрашҡан һайын был хәлде иҫкә алабыҙ…
Тағы бер хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиға Иҫке Тимкә ауылында була. Төнгө сәғәттә дауаханаға шылтыраталар. Йөклөлөгө ҡатмарлы үткән ҡатынға ярҙам кәрәк була. Аҡ халатлылар ашығып юлға сыға.
– Телефондан ҡатындың ире шылтыратты, тиҙ генә килеп етеүҙе һораны. Ауылға барып ингәндә, тау башында ҡыҙыл яулыҡ болғап, буласаҡ атай ҡаршы алды. Барып етеү менән ашығыс ярҙам күрһәтеп, система ҡуйып, әсәне лә, баланы ла һаҡлап ҡала алдыҡ…
Тынғыһыҙ хеҙмәт йылдарында иңдәренә төшкән ҙур яуаплылыҡты намыҫ менән үтәгән табиптың бөгөн күңеле тыныс. Ул әле лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында тора. Акушер Раушания Сәйетова менән аңлашып, халыҡты ҡабул итәләр, диспансерлаштырыу үткәрәләр. Йөклөлөктөң ун ике аҙнаға ҡәҙәр ваҡыты эсендә буласаҡ әсәләрҙе күҙәтеүгә алалар. Сәләмәтлегендә тайпылыш булһа, ҡатын-ҡыҙҙы Бөрө район-ара перинаталь үҙәккә, республика клиник дауаханаһына, Өфө ҡалаһындағы перинаталь үҙәккә юллайҙар.
Киҫкен осраҡтарҙа сабыйҙарҙы үҙәк район дауаханаһында ҡабул итәләр. Уҙған йылда шундай алты осраҡ теркәлгән. Табиптан бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулыҡ торошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлек торошо яҡшы түгел. Йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙар хроник ауырыуҙарҙан интегә. Кешенең иммунитеты түбән. Йөклөлөктөң тәүге айҙарынан аяҡтары шешенә, ҡан баҫымдары күтәрелә. Был үҙгәрештәр тыуаһы сабыйҙың сәләмәтлегенә лә тәьҫир итә. Элек баҫыуҙа, яланда ҡайырып бесән сабып, эш өҫтөндә бәпәй тапҡан һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙар юҡ хәҙер. Буласаҡ әсәләргә шуны әйтер инем: сәләмәт бала тапҡың килһә, алдан уйларға кәрәк, – ти ул.
Гиппократ антына тоғро табип халыҡ менән әңгәмәләшеүгә ныҡлы иғтибар бүлә. Уның көндәлек эше дауалау ғына түгел. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, кәңәш биреүҙең медицина эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе икәнен Фәриҙә Фәтих ҡыҙы бик яҡшы аңлай.