Республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә.
Әлеге мәлдә акция сиктәрендә Башҡортостан буйынса 22 күсмә медицина модуле – биш автопоезд эшләй. Улар Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет райондары йүнәлештәрендә йөрөй. Бында Һаулыҡ үҙәктәре, ФАП-тар, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республиа клиник дауаханаһы һәм республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының модуле бар.
4 – 18 майҙа күсмә модуль Благовар районында эшләне. Унда баш ҡала табиптары менән бер рәттән, Языков район үҙәк дауаханаһы белгестәре лә халыҡты ҡабул итте. Район халҡы ультратауыш диагностикаһы, маммография, флюорография кеүек тикшереүҙәр үтте, тар йүнәлешле табиптарҙың консультацияһын алды. Дөйөм алғанда, Благовар районына килгән күсмә медицина модулендә 1484 кеше сәләмәтлеген тикшертә алды.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа яһаған Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылға тиклем медицина ярҙамы менән илдең барлыҡ тораҡ пункттарында йәшәгәндәр ҙә ҡуллана алырға тейеш, тип белдергәйне.
Шулай уҡ, быйыл ғинуарҙан ғәмәлгә ингән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тармаҡ үҫешенең һигеҙ йүнәлешен үҙ эсенә алған, шул иҫәптән, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуҙы һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын үҫтереүҙе лә.
Фото lagovar-vesti.rbsmi.ru сайтынан.
Сергей Константинов фотоһы.