Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Май 2019, 18:03

Кишер хәлде шәбәйтә

Кишерҙә иммунитетты нығытыусы матдәләр күп. Уны мөмкин ҡәҙәр күберәк ашарға кәңәш ителә.

Кишерҙә иммунитетты нығытыусы матдәләр күп. Уны мөмкин ҡәҙәр күберәк ашарға кәңәш ителә.
Уның һуты көҙгө-ҡышҡы осорҙа иммунитетты нығыта, һыуыҡ тейеүҙән ҡотҡара. Ныҡ йүткергәндә йылы кишер һутын бал менән ҡушып ҡулланырға кәрәк. Бындай иҙмә ангина ваҡытында ла ярҙам итә.


Был йәшелсә күҙҙәр өсөн дә файҙалы. Яңы ғына һығылған һутты күберәк эсергә тырышығыҙ, салат итеп тә ҡулланығыҙ. Иртән ярты стакан кишер һутын һөткә ҡушып эсһәгеҙ, көнө буйы үҙегеҙҙе көслө, дәртле итеп тойорһоғоҙ.
Фото: pxhere.com