“Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә Учалы районына күсмә мобиль медицина автопоезы килде.
Уның составына Белорет үҙәк клиник дауаханаһының Һаулыҡ үҙәге һәм күсмә флюорографияһы, Республика клиник онкология диспансерының күсмә маммографияһы һәм Учалы үҙәк дауаханаһының УАЗ пассажир автомобиле ингән.
Бригада составында терапевт, педиатр, хирург, офтальмолог, эндокринолог, невролог, акушер-гинеколог, УЗИ-диагностика табибы пациенттарҙы ҡабул итә.
Өс көн эсендә Илсеғол участка дауаханаһында ғына белгестәр 350 пациентты ҡабул иткән. “Һаулыҡ поезы” эшен дауам итә, бөгөн ул Тунғатар яҡтарына йүнәлде.
Фото Учалы үҙәк дауаханаһы сайтынан.