Сәләмәт булайыҡ
12 Сентября 2019, 19:44

“Дегәнәк ысынлап шифалы, быны үҙ миҫалымда татыным”

– 2015 йылда миңә ашҡаҙан рагы тигән диагноз ҡуйҙылар. Сир аҙып өлгөргән ине – дүртенсе стадия. Табиптар туғандарыма бик аҙ ғүмерем ҡалыуы хаҡында хәбәр итеп, өйгә ҡайтарҙы...

Фото: wiki.agro-sales.ruФото: wiki.agro-sales.ru
Фото: wiki.agro-sales.ru
Гәзитебеҙҙең төркөмөндә һәм сайтында дегәнәктең шифаһы, уның хатта яман шеш кеүек сирҙәрҙе иҫкәртеү һәләтенә эйә булыуы хаҡында яҙма баҫылғас, Мейәс ҡалаһында йәшәгән Морат исемле ағайҙан хат килеп төштө. Бына нимә яҙа ул:
“2015 йылда миңә ашҡаҙан рагы тигән диагноз ҡуйҙылар. Сир аҙып өлгөргән ине – дүртенсе стадия. Шулай ҙа операцияға ризалаштым, химия терапияһы ла алдым. Табиптар туғандарыма бик аҙ ғүмерем ҡалыуы хаҡында хәбәр итеп, өйгә ҡайтарҙы. Кешене өмөт йәшәтә бит: төрлө халыҡ дауалары тураһында уҡый, үләндәр менән ҡыҙыҡһына башланым. Бына шул саҡта астым да инде дегәнәктең шифалы сифаттарын! Япрағынан һеҙ яҙғанса һут эшләнем. Ҡышҡылыҡҡа һут бөтһә тип, күп итеп тамырын киптерҙем. Һутты көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда биш-алты аш ҡалағы (стакандың өстән бер өлөшө) эстем. Бынан тыш, даими рәүештә кишер, сөгөлдөр һуттары ҡабул иттем.
Тағы ла бер кәңәш: дегәнәк япрағын яҙғыһын – май тирәһендә йыйығыҙ, уның иң һутлы, шифалы сағы.
Минең кеүек стадиялағы ашҡаҙан сирлеләрҙең һауығыу осрағы Рәсәйҙә биш – ун процент самаһы ғына тәшкил итә икән. Бына шул биш – ун процент эсендә үҙемдең дә булыуыма шөкөр тип йәшәп ятам. Әлбиттә, әле лә профилактика өсөн көн һайын аш алдынан бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсеүҙе дауам итәм”.
Дегәнәк хаҡындағы беренсе яҙманың һылтанмаһы:
Читайте нас