Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь 2019, 22:50

Баҡтиһәң, файҙаһы сикһеҙ!

Соданы ҡасан һәм нисек файҙаланырға? Бик ябай һәм кәрәкле кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Джорджия штатының медицина колледжы белгестәре аш содаһының организмға ыңғай тәьҫир итеүен асыҡлаған.
Сода М1 макрофагтары барлыҡҡа килеү процесын кәметә. Организмда һыҙланыу реакцияларына этәргес биргән иммун күҙәнәктәр шулай тип йөрөтөлә.
Сода шулай уҡ ашҡаҙан кислотаһын етерлек күләмдә эшләп сығарыуға ярҙам итә.

Бынан тыш, сода бөйөрҙәргә йоғонто яһай. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һабышыу ихтималлығын кәметә.
Эксперттар бындай һөҙөмтәләргә тикшеренеү үткәргәндән һуң килгән.
Содаға бәйле файҙалы кәңәштәр:
* Ҡоро йүтәл борсоғанда 1 стакан йылы һөткә 1 сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм әкренләп эсәләр.
* Конъюнктивит булғанда мамыҡ дискты содалы эретмәлә сылатып күҙҙе һөртөп алалар.
* 0,5 сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
* 0,5 сәй ҡалағы сода менән 1 сәй ҡалағы тоҙҙо 1 литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Эретмәне транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын 1-әр аш ҡалағы эсәләр.
* Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
*Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда 1 стакан һөткә 2 семтем сода һалып эсергә була.
* Аш содаһы аяҡтағы бәшмәктәрҙе үлтереүгә һәләтле. Уның өсөн 1 аш ҡалағы соданы аҙ ғына һыуға һалып болғаталар һәм шуны бәшмәк зарарлаған урындарға һөртәләр.
Читайте нас в