Сәләмәт булайыҡ
6 Октября 2019, 18:38

Ҡан баҫымың күтәрелеп йонсотамы?

Бер ниндәй дарыуҙар ҡабул итмәйенсә генә уны тотороҡландырыуҙың ябай ысулдарын беләһегеҙме? Был йәһәттән белгес кәңәштәрен еткерәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Фото: kanzori.ruФото: kanzori.ru
Фото: kanzori.ru
Бер ниндәй дарыуҙар ҡабул итмәйенсә генә ҡан баҫымын тотороҡландырыуҙың ябай ысулдарын беләһегеҙме? Был йәһәттән белгес кәңәштәрен еткерәбеҙ.
Мангейма университеты клиникаһының V медицина клиникаһы директоры Бернхард Крамерға һылтанма менән “Медикфорум” порталы түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.
Ҡан баҫымы бик юғары булғанда ла уны төшөрөүҙә йәшәү рәүешен коррекциялауҙың бик һөҙөмтәле сара булыуы мөмкин. Был шулай уҡ гипертоникаға ҡаршы ҡулланыла торған дарыуҙар һанын кәметергә мөмкинлек бирә, ти белгес.

Шулай, ҡан баҫымын тотороҡландырыуға ябығыу ҙа ярҙам итә. Хатта дүрт килограмм артыҡ ауырлыҡ та ҡан баҫымын 10 мм терегөмөш бағанаһына күтәреүгә килтерә.
Бынан тыш, тоҙҙан баш тартыу һәм туҡланыу рационын еңеләйтеү файҙалы – диета йәшелсә, еләк-емеш һәм майһыҙ һөт продукттарын үҙ эсенә алырға тейеш.

Артериаль ҡан баҫымының кәмеүенә физик әүҙемлек ярҙам итә. Спорт менән шөғөлләнеү йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта.
Бынан тыш, ҡамырлыҡ, сөгөлдөр һуты, һарымһаҡ һәм магний ҡабул итеү ҡан баҫымын түбәнәйтеү мөмкинлеген бирә. Сөгөлдөр һутын көн һайын 250 миллилитр эсергә кәрәк, ә кәрәкле доза магний тәүлегенә 300-ҙән 500 миллиграммға тиклем тәшкил итә.
Ҡан тамырҙары киңәйеү һәм, тимәк, баҫым кәмеүгә саунала булыу ҙа ярҙам итә ала, әммә бындай ысул сәләмәт кешеләр өсөн генә. Шулай уҡ йылына дүрт тапҡыр ҡан доноры булыу – һөҙөмтәле ысул.
Читайте нас