Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2019, 18:57

Көнөнә 150-250 грамм самаһы ашап торһаң...

Виноградтың ни өсөн ҡара төҫлөләренә өҫтөнлөк бирелә?

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Виноградты тосо менән ашаһаң ғына файҙалы, тип иҫәпләй белгестәр. Унда А,Е,К витаминдарынан тыш, тәбиғи майҙар булыуы билдәле. Бөтә был матдәләр күҙәнәктәрҙе нығытыуға һәм организмды йәшәртеүгә булыша.
Виноградты тосо менән бергә ашау ҡандағы холестеринды һәм тамырҙарҙағы ялҡынһыныу процестарын кәметеүгә һәләтле. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, был емештәге фенол берләшмәләре организмды яман шештән дә һаҡлаясаҡ.
Ғөмүмән, виноград бөтә органдарға ла һәйбәт тәьҫир итә. Уны көнөнә 150-250 грамм самаһы ашау нервы системаһын нығытыуға, аҙыҡ һеңдереүгә булыша, тип иҫәпләй табиптар.
Баҡһаң, был емештең ҡараһында антиоксиданттар күберәк, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр тик ҡара төҫлөләренә генә өҫтөнлөк бирә.
Читайте нас