Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Декабрь 2019, 15:56

Тупаҫлыҡҡа яуап ҡайтарырғамы?

Кешене кәмһетергә, йәненә тейергә тырышыу, тупаҫлыҡ – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошобоҙҙа йыш осрай торған йәмһеҙ күренештәр. Бындай хәлгә юлыҡҡанда үҙеңде нисек тоторға?

Кешене кәмһетергә, йәненә тейергә тырышыу, тупаҫлыҡ – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошобоҙҙа йыш осрай торған йәмһеҙ күренештәр. Бындай хәлгә юлыҡҡанда үҙеңде нисек тоторға?


Ғәҙәттә, беҙ оятһыҙ кешенең кимәленә төшмәҫкә, тупаҫлыҡҡа тупаҫлыҡ менән яуап ҡайтармаҫҡа, тәрбиәһеҙҙәрҙең “һөжүмен” күрмәҫкә, ишетмәҫкә тырышабыҙ. Ә бына психологтар бөтөнләй башҡа фекерҙә. Әгәр ҙә беҙ был тәртипһеҙ, битһеҙ әҙәмдең яйына торабыҙ, рәнйетеүен һүҙһеҙ генә “йотабыҙ” икән, бындай холоҡ-фиғелебеҙ менән үҙебеҙҙе кәмһетеүле хәлгә ҡуябыҙ тигән һүҙ.
Кәмһетеү тойғоһон кисереү психик сәләмәтлек өсөн эҙһеҙ үтмәй. Кемдер һеҙҙе һанға һуҡмаҫҡа, түбәнһетергә, хөрмәт итмәҫкә тырыша икән, унан ситкә ҡасырға тырышмағыҙ. Кисекмәҫтән рәнйетеүсегә үҙ ҡарашығыҙҙы белдерергә тейешһегеҙ! Һеҙгә үҙегеҙҙе яҡлауҙың ике вариантын тәҡдим итәбеҙ.
Әңгәмәгә тыныс ҡына ҡыҫылып, үҙегеҙҙең мөнәсәбәтегеҙҙе белдерегеҙ. Тупаҫ ҡыланған әҙәмдең күҙҙәренә тура ҡарағыҙ. Ышаныслы, көр тауыш менән яуап ҡайтарығыҙ. Йөҙөгөҙҙә оялыу, тартыныу билдәһе һиҙелмәһен, ыҡ-мыҡ итеү һеҙҙең файҙаға түгел. Рәнйетеүсе үҙегеҙгә ҡарата ышанысты тойорға тейеш. Кәүҙәгеҙ торошон контролләгеҙ. Башығыҙҙы юғары тотоп, яурындарығыҙҙы күтәрегеҙ, рух ныҡлығын һиҙҙерегеҙ. Хатта тупаҫ әҙәмде еңә алмаһағыҙ ҙа, ҡулдан килгәндең барыһын эшләнем, тип үҙегеҙҙе йыуата алаһығыҙ.
Тағы ла бер вариант. Тирә-яғығыҙҙағы кешеләр һеҙҙең үҙегеҙҙе хөрмәт итеүегеҙҙе белһен. Ҡайһы саҡта үтә ҡәтғи, “текә” булыуығыҙҙы күргән хәлдә, ҡаршы төшөп, түбәнһетергә тырышыусылар, маҙағыҙға тейеүселәр кәмейәсәк, бәлки, булмаҫ та. Тәүҙәрәк былай ҡыланыу ҡурҡынысыраҡ тойолор, әммә ваҡыт үтеү менән ғәҙәтләнерһегеҙ. Ҡиммәтле ва­ҡытығыҙҙы әрәм итмәй, кәмһетергә тырышҡан оятһыҙ әҙәмгә ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ. Өндәшмәй ҡалһағыҙ, аҙаҡ был йомшаҡлығығыҙ өсөн үке­нәсәкһегеҙ.
Иң мөһиме, йүнһеҙ, тупаҫ кешеләр кимәленә төшмәгеҙ, юғарыраҡ булығыҙ. Ябай һүҙҙәр менән дә, тауышты артыҡ күтәрмәй, әрләшмәйенсә лә, уларҙы аҡылға ултыртырға була.
Читайте нас