Сәләмәт булайыҡ
1 Января 2020, 17:00

Вәғәҙә биреп йүгерҙеләр

Үҙенсәлекле акция төрлө быуын вәкилдәрен бергә тупланы.

Яңы йылдың беренсе көнөндә бик ҡыҙыҡлы, фәһемле сара үтте.

“Вәғәҙәләр йүгереүе” тип аталған был акция алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар йүгереп кенә ҡалманы, ә ошо ағымдағы йылда атҡарасаҡ вәғәҙәләренең кәмендә берәүһе яҙылған табличканы ла таҡты. Шулай итеп, улар баш ҡалалағы Ҡунаҡһарай тирәләй 2020 метр араны үтте.

Спортсылар, спорт һөйөүселәр, ветерандар, балалар ҡатнашҡан был акция “TERRA ZIMA” фестиваленә ярашлы дөрөҫ йүгереү мәктәбенә нигеҙ һалған Владислав Литвинчук тарафынан ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова һәм сараны ойоштороусылар сәләмләне.

Фото: "Башинформ".

Читайте нас