Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар 2020, 14:15

Баймаҡтан Өфөгә... вертолетта

Тиҙҙән Баймаҡтан Өфөгә ауыр сирлеләрҙе ташыу өсөн санавиация майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Тиҙҙән Баймаҡтан Өфөгә ауыр сирлеләрҙе ташыу өсөн санавиация майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аҙна һайын ойошторолған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Был пациенттарҙы транспортлауға киткән ваҡытты 1 сәғәт 20 минутҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Әле юлға алты сәғәт ваҡыт китә. Тимәк, һанаулы минуттар талап иткән сирлеләр өсөн санавиация күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға ярҙам итәсәк.
Быйылғы йылдың тәүге яртыһына тиклем вертолет майҙансыҡтары Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Асҡын, Мәсүғүттә барлыҡҡа килергә тейеш. Әйткәндәй, Дүртөйлө дауаханаһы биләмәһендә капиталь ремонттан һуң вертолет майҙансығы ҡайтанан асылды.
Читайте нас в