Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2020, 00:05

Улар яман шештән һаҡлай

Ҡайһы бер тәмләткестәр шундай көскә эйә. Уларҙы дөрөҫ файҙаланайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Эксперттар билдәләүенсә, ҡайһы бер тәмләткестәр организм торошона ыңғай йоғонто яһауға, шулай уҡ антиоксидант үҙенсәлектәре аша онкологияға ҡаршы көрәш ваҡытында симптомдарҙы еңеләйтеүгә һәләтле.

Тәмләткестәр араһында беренсе урында — имбир. Диетологтар уның тамырын да, киптерелгән, төйөлгән йәки шәкәрләнгән килеш тә ашарға мөмкин, тип билдәләй. Шулай уҡ имбир ашҡаҙанды яман шештән дауалағанда ярҙам итәсәк.

Ауырлығын һәм аппетитын юғалта башлаған пациенттарға ризыҡҡа розмарин ҡушып ашарға кәңәш ителә. Бынан тыш, диетологтар куркуманың файҙалы үҙенсәлектәре булыуын белдерә.

Шулай уҡ ҡыҙыл чили боросо, һарымһаҡ, бөтнөк һәм ромашка файҙалы.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас в