Бөгөн заман афәте булған яман шештән йәше-ҡарты күпләп үлә. Шул уҡ ваҡытта табиптар был үлемесле сирҙе иртә стадияла асыҡлағанда, дөрөҫ дауаланғанда, аяҡҡа баҫырға була, тип белдерә.
Тик ҡурҡыныс ауырыуҙың ҡасан башланғанын күптәр белмәй ҡала шул. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙендә яман шеш барлыҡҡа килеүенән гел ҡурҡып йәшәй.
Организмыңда ошо сир тамырланмаймы - быны бер нисә төп билдә буйынса әйтеп була, ти белгестәр. Шуларҙы һанап үтәйек. Юҡҡа хафаланғандар ҙа тынысланыр, был билдәләр менән танышҡас.
1. Шулай итеп, һеҙҙе оҙаҡ йылдар дауамында баш ауыртыуы йәки арҡа һыҙлауы борсой икән, былар яман шеш билдәләре түгел! Яман шеш булһа, оҙаҡ йылдар йәшәй алмаҫ инегеҙ. Тик табипҡа барып тикшерелеү мотлаҡ. Өйҙә ҡурҡып ятыуҙан алға китеш булмаҫы көн кеүек асыҡ.
2. Кинәт күтәрелгән температура һис кенә лә яман шеш хаҡында хәбәр ситмәй. Һеҙҙә берәй төрлө вируслы инфекция булыуы мөмкин.
3. Тәндә барлыҡҡа килгән, баҫҡылағанда ауыртҡан тығыҙ төйөр ҙә яман шеш тигәнде аңлатмай. Табиптар әйтеүенсә, 99,99% осраҡта бындай төйөрҙәр рак булмай. Яман шеш ҡул менән баҫҡылағанда ауыртмай. Ҡатын-ҡыҙҙың күкрәге ауыртып тороуы ла яман шеш килеп сығыуын аңлатмай.
4. Эс ҡатыуҙан ҡурҡыусылар бихисап. Тик туҡланыуҙы дөрөҫ көйләгәндә, физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнгәндә, күп осраҡта әлеге проблема ыңғай хәл ителә. Ә бына эс ҡатыуын ҡан ҡатыш эс китеү алыштырғанда, хафаланырға урын бар.
Сәләмәтлегегеҙ буйынса нимә лә булһа борсой икән, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк. Тағы шуныһы: быға тиклем артыҡ ауырлыҡ яман шешкә тура юл тиһәләр, хәҙер табиптар был һүҙҙе әйтмәй, сөнки күптән түгел Австралия ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр бының киреһен иҫбатлаған.
Сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булайыҡ, табипҡа даими күренеп торорға онотмайыҡ!