Сәләмәт булайыҡ
14 Января 2020, 18:00

Ябығырға теләйһеңме...

Ул еләк-емеште пленканан таҙартмаҫҡа кәңәш итә, сөнки унда метаболизмды тиҙләтә торған һәм үт ҡыуҙырыу эффекты булған нарингин бар.

Табип-диетолог Ирина Торопыгина ябығырға ярҙам итә торған аҙыҡ-түлектәрҙе атаны. Белгес рационды еләк-емеш, шул иҫәптән, аш эшкәртеүҙе яҡшыртыусы һәм организмдың майлы туҡыма менән ҡапланыуын кәметеүсе бромелайн ферменты булған ананас менән төрләндерергә кәңәш итә.
Грейпфрут инсулин нисбәтен нормалләштерергә һәм иммунитетты нығытырға һәләтле, тип билдәләй табип. Ирина еләк-емеште пленканан таҙартмаҫҡа кәңәш итә, сөнки унда метаболизмды тиҙләтә торған һәм үт ҡыуҙырыу эффекты булған нарингин бар.
Бынан тыш, белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, ауырлыҡты кәметеүгә ҡайһы бер тәмләткестәр ҙә булышлыҡ итә. Имбирь, мәҫәлән, аш эшкәртеү процесын яҡшыртыусы ферменттарҙы әүҙемләштерә, ти ул.
Табип иҫкәртеүенсә, һанап үтелгән продукттарҙың файҙалы үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, уларҙы сама белеп ҡулланырға һәм калорияны көндәлек норманан арттырмаҫҡа кәрәк.
Читайте нас