Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Ғинуар 2020, 16:35

Арпаны йылытырға ярамай

Ҡайһы берәүҙәр был сирҙән йыш яфалана Уның сәбәбе ниҙә һуң?

Ҡайһы берәүҙәргә арпа йыш сыға. Бының сәбәбе нимәлә һуң?
Табиптар билдәләүенсә, арпа йышыраҡ бысраҡ инеүҙән, алтынһыу стафилококк инфекцияһынан сыға. Күҙ ҡабағы ялҡынһына, үлекле төйөр барлыҡҡа килә. Был ваҡытта гигиена талаптарын үтәргә тырышығыҙ. Күҙҙе өс-дүрт сәғәт һайын йылымыс һыу менән сайҡарға йәки һыуға манылған мамыҡ менән һөртөргә кәрәк. Тырнаҡ гөл, шалфей йәки ромашка төнәтмәһе әҙерләһәгеҙ яҡшы, ул күҙҙең лайлалы тышсаһын йоғошһоҙландыра.
Шеш үҙе өлгөрөп етергә тейеш. Уны һытмағыҙ, кире осраҡта ялҡынһыныу тағы ла көсәйәсәк. Арпаны йылытырға, компресс ҡуйырға ярамай. Табип кәңәш иткән антибактериаль мазь йәки күҙ дарыуы һөртөргә кәрәк.
Фото: lechimkozhy.ru
Читайте нас в