Сәләмәт булайыҡ
27 Января 2020, 20:00

Баланды әсе тимә...

Һалҡын тейгәндә, баландан яһалған сәй файҙалы. Бер аш ҡалағы балан емеше өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу һәм бер сәй ҡалағы аҡ май һалып эсегеҙ.

Һалҡын тейгәндә, баландан яһалған сәй файҙалы. Бер аш ҡалағы балан емеше өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу һәм бер сәй ҡалағы аҡ май һалып эсегеҙ.
Бронхит булғанда, йүтәл оҙаҡҡа һуҙылғанда берәр аш ҡалағы балан, аҡ май һәм балды бергә ҡушып иҙәбеҙ ҙә шуға бер аш ҡалағы спирт ҡушып болғайбыҙ. Көн дауамында бер нисә тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсәбеҙ. Артынса йылы һөт эсергә мөмкин.
Бауыр ауыртҡанда 50-70 гр баланды иҙәбеҙ. 100 грамм балды ҡайнап торған һыулы һауыт өҫтөндә тотоп иретәбеҙ. Ҡайнар бал менән баланды бергә болғап, 5-6 сәғәт төнәтәбеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан (30 минут алда) берәр аш ҡалағы ҡабып ҡуябыҙ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Читайте нас