Псориаз йоғошломо, ауырыу нәҫелдән киләме?
Табиптар әйтеүенсә, ул - һирәк осрай торған ауырыу, ике процент кешелә күҙәтелә. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре табиптарға билдәле түгел. Шулай ҙа нәҫелдән күсеү үҙенсәлеге бар, тиҙәр. Ата-әсәһе икеһе лә был ауырыуҙан интегә икән, балаға күсеү ихтималлығы бар. Икеһенең береһендә икән, ҡурҡыныс аҙыраҡ.
Псориаз – тире ауырыуы, тик йоғошло сир түгел. Ауырыу кеше башҡаларға ҡурҡыныс тыуҙырмай.
Ҡайһы берәүҙәр псориазды дауаланмай тип ҡул һелтәй. Бында мотлаҡ табип ярҙамы кәрәк. Ауырыуҙың киҫкенләшеүен булдырмай торған һөҙөмтәле дарыуҙар күп.