Бар донъяны көсөргәнештә торған мәсьәлә – коронавирус темаһы көнүҙәк булып ҡала. Был тема Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә күтәрелгәйне. Мәғлүм булыуынса, 3 февралгә ҡарата, республикала ҡурҡыныс сиргә тарыусылар теркәлмәгән. Был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Әйтеүенсә, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәк властарына ошоға бәйле бихисап күрһәтмәләр ебәргән һәм улар мотлаҡ үтәлергә, республика биләмәһендә инфекция теркәлмәгән осраҡта ла, хүефһеҙлек саралары күрелергә, хәл даими контролдә тотолорға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта ошондай көсөргәнешле хәлде үҙ файҙаһына бороусылар бармы? Сөнки ҡайһы бер матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, һуңғы аҙнала медицина маскаларына хаҡтар 30 процентҡа артҡан, улар менән сауҙа итеү күләме – 31 процентҡа.
Ошонан сығып, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Хоҡуҡ һаҡлау үҙәге Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына мөрәжәғәт иткән, ҡайһы бер төбәктәрҙәге дарыуханаларҙа маскалар булыу-булмауын, уларҙың хаҡы үҙгәреүен тикшерергә тәҡдим иткән.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, республикала яһалма рәүештә маскаларға хаҡ күтәреү осраҡтары теркәлмәгән.
– Беҙҙә барыһы ла тыныс. Маскаларға дефицит юҡ, дарыуханаларҙа көсөргәнеш тойолмай. Беҙ эре дарыухана селтәрҙәре етәкселәре менән һөйләштек. Бер маска хаҡы 3,8 һумдан 8 һумғаса етә. Ундай хаҡ төрлөлөгө һәр саҡ булды, шуға ла граждандарға борсолорға урын юҡ, – ти депутат.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән мәғлүм булыуынса, башҡа төбәктәрҙә хәл икенсе төрлө. Мәҫәлән, Курск өлкәһендә маска хаҡы 35 тапҡыр артыуы теркәлгән.