Сәләмәт булайыҡ
6 Февраля 2020, 20:00

Бирешмәйем тиһәгеҙ, сынығығыҙ!

Әммә бының өсөн айырым ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ. Ниндәй сирҙәр булһа, сынығыу тыйыла?

Һалҡын тейеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – сынығыу. Әммә бының өсөн айырым ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.
Иң тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ. Ул һеҙҙең сәләмәтлек торошона ҡарап, сынығыу алымдарын билдәләйәсәк. Ҡайһы бер сирҙәр, мәҫәлән, ҡырҡыу психик көсөргәнеш, юғары ҡан баҫымы, бронхиаль астма осрағында сынығыу тыйыла.
Сынығыуҙы аҙ-аҙлап башлағыҙ, әммә ул даими булырға тейеш. Күнекмәләрҙе яйлап арттырығыҙ, мәҫәлән, һалҡын һыу менән ҡойоноу өсөн башта тәнде еүеш таҫтамал менән ышҡыу, аяҡтарҙы һалҡын һыуға тығып ултырыу, шунан һуң ғына һыуыҡ һыу менән ҡойона башлау кәңәш ителә. Әкренләп һыу температураһын кәметә барығыҙ.
Хәл-торошоғоҙҙо, йөрәк тибешегеҙҙе һәр саҡ контролдә тотоғоҙ, туҡланыу һәм йоҡоға ла тейешле иғтибар бүлегеҙ. Организм өсөн артыҡ көсөргәнеш тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ.
Шулай уҡ сир йоҡтормаҫ өсөн ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә. Ҡулығыҙҙы йыш йыуығыҙ. Быны ашар алдынан ғына түгел, осрашыу, кәңәшмәнән, дөйөм эш ҡорамалы менән ҡулланғандан һуң мотлаҡ башҡарығыҙ. Һыуҙы аҙ эсеү, йоҡо туймау, эске көсөргәнеш иммунитетты ҡаҡшата. Төрлө газлы эсемлектәргә түгел, ябай эсәр һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Фото: mgup.by
Читайте нас