Һуңғы осорҙа, организмдағы алмашыуҙы көйләү өсөн биологик актив нөктәләрҙе һылау файҙалы, тип күп яҙалар. Әммә бындай алым күп ваҡытты ала. Д.В. Корни үҙенең “Энәһеҙ нөктә – һылау” тигән китабында бер минут эсендә үҙеңде ипкә килтереү методикаһын өйрәтә.
- Йәһәт кенә усты усҡа ышҡығыҙ (5 секунд).
- Ҡыҙған бармаҡтар менән тиҙ генә сикәләрҙе өҫтән аҫҡа табан ышҡығыҙ.
- Бармаҡтарҙы баш түбәһендә "бейетеп” алығыҙ (5 секунд).
- Ҡулды йоҙраҡлап төйөп, тиҙ-тиҙ генә беләктәрҙең һыртын һәм эс яғын ышҡығыҙ (3 тапҡыр).
- Баш һәм һуҡ бармаҡтар менән ипләп кенә ҡалҡан биҙенә баҫып алығыҙ (3 тапҡыр).
- Муйында тибеп торған йоҡа артерияны табып, ипләп кенә баҫығыҙ һәм 5-кә тиклем һанағыҙ. Бушатығыҙ. Тәрән итеп тын алығыҙ.
- Баш бармаҡ менән баш мейеһенең соңҡаһы (умыртҡа менән тоташҡан ерендә) соҡорон табып, 3-кә тиклем һанағансы баҫып тороғоҙ (3 тапҡыр ҡабатлағыҙ).
- Аяҡтағы рефлектор зоналарын һылау:
а) баш бармаҡтың осон, аҙаҡ битен ҡыҫығыҙ. Ауыртып торған нөктә беленһә, ауыртыуы бөткәнсе ышҡығыҙ;
б) баш һәм һуҡ бармаҡтар менән сираҡ һеңерен ҡаты ғына итеп матҡып тотоп ҡыҫығыҙ, бушатығыҙ (һәр аяҡта өс тапҡыр ҡабатлағыҙ);
в) аяҡ суҡтарының өҫтөн йәһәт кенә ҡул йә икенсе аяҡ менән ышҡып алығыҙ.
- Усығыҙ менән балтырҙарҙы бөтә яҡлап, аҫтан өҫкә табан һуҡҡылап алығыҙ.
Һылауҙарҙан һуң тәнегеҙ рәхәт йылынһа, яҡшы була: 60 секунд эсендә һеҙ организмдың төп системаларын “уяттығыҙ”.