+15 °С
Облачно


Табиптар гөлйемештә С витамины лимон йәки ҡара ҡарағаттан да күберәк булыуын билдәләй. Унда фолий кислотаһы, бета-каротин, тиамин, рибофлавин, башҡа витаминдар, калий, марганец, тимер, цинк, баҡыр бар. Гөлйемеш төнәтмәһе файҙалы. Ул иммунитетты нығыта, һалҡын тейеүҙән, киҙеүҙән һаҡлай. Йөрәк-ҡан тамырҙарына, бауыр, үт ҡыуығына файҙалы, ашҡаҙан эшсәнлеген яҡшырта, гемоглобинды күтәрә, көс бирә.