Күп кенә репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙ янбашы ауыртыуға зарлана. Эстең түбәнге өлөшө һәм бил ваҡыт-ваҡыт һыҙлап кәйефте төшөрә. Айырыуса физик көсөргәнештән йәки стресс кисергәндән һуң ул ныҡ үҙен һиҙҙерә. Былар йәшәргә ҡамасаулай, хатта неврозға, депрессияға килтереүе ихтимал.
Ауыртыуҙың сәбәбе – янбаш органдарының хроник сирҙәрендә. Миома, эндометриоз, түллек биҙендәге һыулы шеш – уларҙың бер нисәүһе.
Белгестәр әйтеүенсә, таздың ауыртыуы менән эсәклек араһында ла бәйлелек бар. Икеһендә лә даими ауыртыныу тойолоуы психологик проблемаларҙан башланыуы ихтимал. Ғаиләләге ығы-зығы, ире менән бәхәс, аңлаша алмау, гел генә энә өҫтөндәге кеүек көсөргәнештә, хәүефтә йәшәү ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һиҙҙермәй генә ҡаҡшата. Шуға күрә эсәклектәге патологияны, хроник янбаш ауыртыныуҙарын негатив хис-тойғолар менән берлектә ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә янбаш ауыртыуы эсәклек патологияһы арҡаһында булһа, тимәк, уны дарыуҙар ярҙамында дауалай башларға кәрәк. Һәр хәлдә, ауыртынып-һыҙланып йөрөүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, ваҡытында табиптар менән кәңәшләшеп, сирҙең сәбәбен асыҡлау мөһим.