Сәләмәт булайыҡ
11 Марта 2020, 10:30

Коронавирус Олимпиадаға ла хәүеф менән янай

Коронавирусҡа бәйле хәл барлыҡ донъяны көсөргәнештә тотҡаны мәғлүм. Хәүефләнеү тойғоһо халыҡ-ара ваҡиғаларға ла ҡағылды: миҫал өсөн, донъялағы иң билдәле һәм абруйлы спорт сараһы – Олимпиаданың быйыл булыу-булмауы шик аҫтында.

Коронавирусҡа бәйле хәл барлыҡ донъяны көсөргәнештә тота. Хәүефләнеү тойғоһо халыҡ-ара ваҡиғаларға ла ҡағылды: миҫал өсөн, донъялағы иң билдәле һәм абруйлы спорт сараһы Олимпиаданың быйыл булыу-булмауы шик аҫтында.
Олимпиада августа Токиола үтергә тейеш. Ойоштороу комитетының Япониялағы ағзаһы Харуюки Такахаши әйтеүенсә, спорт сараһы бер йәки ике йылға кисектерелеп тороуы ихтимал.
– Олимпиаданы бөтөнләй үткәрмәһәләр, был Халыҡ-ара олимпия комитетын ҡыйын хәлгә ҡуясаҡ. Шуға һүҙ кисектереү хаҡында бара, - ти Такахаши. Унан тыш, был хәл икенсе ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙыра: мәҫәлән, 2021 йылдың йәйендә башҡа эре спорт саралары планлаштырылған булыуы ихтимал. Шуға ла иң яҡшыһы – ике йылға кисектереү, ти белгестәр.
Шул уҡ ваҡытта короновирусҡа бәйле Олимпиаданың кисектерелеүе Японияның иҡтисадына ҙур зыян яһасаҡ. Уның күләмен 73 миллиард доллар самаһы, тип билдәләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, Япония - коронавирус күпләп таралған илдәрҙең береһе, унда СoViD-2019 вирусын меңдән ашыу кеше йоҡторған, үлгәндәрҙең һаны ике тиҫтә самаһы. Сирләүселәрҙең күбеһе Diamond Princess круиз лайнеры пассажирҙары һәм командаһы ағзалары — 696 кеше.
Фото: static.life.ru
Читайте нас