Сәләмәт булайыҡ
13 Марта 2020, 10:40

Серле сир ул – аутизм

Серле һәм ябай булмаған сирҙәрҙең береһе ул – аутизм. Хәҙерге заманда бындай диагноз ҡуйылған ауырыуҙар арта. Ул төрлө йәштәге кешеләр араһында осрай, шулай ҙа, нигеҙҙә, бала саҡта бик иртә – өс йәшкә тиклем күҙәтелә.

Серле һәм ябай булмаған сирҙәрҙең береһе ул – аутизм. Хәҙерге заманда бындай диагноз ҡуйылған ауырыуҙар арта. Ул төрлө йәштәге кешеләр араһында осрай, шулай ҙа, нигеҙҙә, бала саҡта бик иртә – өс йәшкә тиклем күҙәтелә.


Сирҙең үҫеше аҙағынаса ныҡ­лы өйрәнелмәгән, әммә уның баш мейеһе һәм нервы системаһы эшмәкәрлегендәге тайпылыштар менән бәйлелеге билдәле. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, уны ошолай һүрәтләп була: тыумыштан килгән сире арҡаһында башҡалар менән эмоциональ яҡынлыҡ булдыра һәм аралаша алмаған кеше ул.
Аутизм сиренә юлыҡҡандар­ҙың аҡыл һәләте юғары. Уҡыу барышында ҡатмарлыҡтар тыуыуы сәбәпле, таланттарының тулыһынса асылмауы ихтимал.
Диагнозды бары квалификациялы табиптың тикшеренеү­ҙәрҙән һуң ҡуйыуы мөмкин. Шулай ҙа ҡайһы бер билдәләр буйынса сирлене асыҡларға ла була:
– кешеләр менән аралашмау, хис-тойғолар менән бүлешмәү – аутистар бик һирәк осраҡта өйләнә йәки кейәүгә сыға, дуҫ-ише лә булмай тиерлек, яңғыҙ­лыҡты хуп күрә.
– ул шатланып та, көйөп-борсолоп та бармай, хис-тойғоһо эскә йәшеренгән, йомоҡ характерлы;
– улар ҡәтғи тәртипте һаҡлай, күнегелгән эштәрҙе теүәл баш­ҡара, ғәҙәти маршруттарынан тайпылмай;
– көтөлмәгән агрессия һәм ҡуҙғыусанлыҡ хас, шул рәүешле аутист үҙен яҡларға, стресс хәленән сығырға тырыша.
Үкенескә ҡаршы, сирлене һауыҡтырыу мөмкин түгел, тыу­мыштан килгән сир терапияға бирешмәй. Әммә, белгестәрҙең әйтеүенсә, уңайлы шарттар тыуҙырғанда, бындай балалар һөнәргә эйә булып, тормошта үҙ урынын таба ала. Стресс кисер­мәгәндә улар тыныс холоҡло һәм үҙҙәрен бәхетле тоя.
Читайте нас