Сәләмәт булайыҡ
19 Марта 2020, 18:20

Башҡортостанда 1 554 кеше тикшерелгән

Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө брифингта ниҙәр хаҡында әйтелде?

Башҡортостан Хөкүмәтендә онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатындағы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән башлап лаборатория белгестәренең махсус курстарҙа белемен камиллаштырасағын, сара Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре, Башҡортостан дәүләт медицина университеты уҡытыусылары ярҙамында ойошторолоуын белдерҙе. Был йәһәттән компетенциялы өҫтәмә “таяныу нөктәләре” барлыҡҡа килгән: коронавирусҡа тикшереү үтеү өсөн ете лаборатория эшләйәсәк.
Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында 48 кеше стационар шарттарҙа дауалана (7-һе - балалар). Улар коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында, махсус тикшереү үтә, стандарт дауалау саралары ала.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, бөгөнгә тиклем коронавирусҡа 1 554 кеше тикшерелгән, уларҙың береһендә лә ҡурҡыныс инфекция - COVID-2019 табылмаған.
Максим Забелин тағы бер тапҡыр битлектәр мәсьәләһен асыҡлап үтте. Кисә төбәктәге дарыуханаларҙа 15 мең битлек һатыуға сығарылған, киләһе аҙнала уның күләме 100 меңгә етеүе ихтимал. “Барыһы ла урындағы хәлгә ҡарап билдәләнәсәк”, - тине министр.
Унан тыш, кисә республика биләмәһендә күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тегелә башланы. Был бурыс “Ағиҙел” берекмәһенә йөкмәтелгән. Әйкәндәй, дарыуханаларҙа урында етештерелгән, марлянан эшләнгән, йыуып, дезинфекциялап, ҡабаттан ҡулланып булған битлектәр барлыҡҡа килгән дә. Бер ҡапта – өсәү, хаҡы 80 һум тирәһе. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, эш системалы дауам итәсәк, “Ағиҙел” берекмәһе артабан да битлектәр тегәсәк, унан тыш, бәлки, республикалағы башҡа тегеү цехтарының да был эшкә ҡушылыу ихтималлығы бар.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ медицина учреждениеларының битлектәр һәм тейешле препараттар менән тулыһынса тәьмин ителеүен, анализдарҙы тикшереү, дауалау өсөн бөтә мөмкинлектәр барлығын тағы берҙе билдәләне.
Фото: interfax.ru
Читайте нас