Сәләмәт булайыҡ
24 Марта 2020, 12:20

Башҡортостанда коронавирус менән сирләгән кешеләрҙең хәле тотороҡло

...Вирус табылған өс гражданға килгәндә, улар әле ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында махсус бокстарҙа дауалана.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатындағы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, яңы һандар аталды.
Килеп тыуған хәлдән сығып, онлайн эфир көн һайын 14.00 сәғәттә үткәрелә башлаясаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әлеге ваҡытта стационар шарттарҙа коронавирус инфекцияһын йоҡтороу шиге аҫтындағы 63 кеше (шул иҫәптән алты бала) дауаланыуын белдерҙе. Шул иҫәптән, уларҙың өсәүһендә коронавирус инфекцияһы барлығы асыҡланған. Был – бер нисә ҡабат тикшереү һөҙөмтәһе, мәғлүм булыуынса, коронавирусҡа кәмендә ике тапҡыр тикшерелеү үткәрелә.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостанда коронавирусҡа бөтәһе – 2084, шул иҫәптән 470 кешене ҡабаттан тикшергәндәр.
Вирус табылған өс гражданға килгәндә, улар әлеге ваҡытта ҡаланың йоғошло уырыуҙар дауаханаһында махсус бокстарҙа дауалана. Унда барлыҡ заман шарттары бар, хәлдәре тотороҡло.
Уларҙың кемдәр һәм ҡайҙан икәнлегенә килгәндә, был һорауға асыҡлыҡты республика буйынса "Роспортребнадзор" идаралығы вәкиле Нәсимә Кусимова еткерҙе. Коронавирус Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән 50 йәшлек ҡатында һәм уның 35 йәшлек ҡыҙында асыҡланған. Улар 14 мартта Европанан турҙан ҡайтҡан. Өсөнсөһө иһә - 1951 йылғы ир, ул эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Тәүҙә был ир амбулатор шарттарҙа дауаланған, дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Тест коронавирусты асыҡлағас, уны дауаханаға оҙатҡандар.
Әлеге ваҡытта сирлеләр менән бәйләнештә булғандарҙың исемлеге мәғлүм, улар менән тейешле эш алып барыла. Унан тыш, ошо көндән аэропортта тикшереү саралары тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 438 кешелә рәсми рәүештә коронавирус инфекцияһы асыҡланған, һуңғы тәүлектә – 71 кешелә. 17 кеше һауыҡҡан.
Максим Забелин республикала табиптарҙың иң ҡатмарлы хәлдәргә лә әҙер булыуын, дауалау препараттарының, дарыуҙарҙың һәм махсус ҡорамалдарҙың етерлек икәнлеген белдерҙе.
Фото: utv.ru
Читайте нас