Бөгөн эпидемияға ҡаршы һәр кем үҙенсә хәүефһеҙлек сараларын күрә, унан һаҡланыу юлдарын барлай. Шулай ҙа һәр йортта тән температураһын дөрөҫ күрһәткән градусниктарҙың булыуы мотлаҡ.
Бөгөн һатыуҙа уларҙың төрлөһө бар. Ҡайһыһына өҫтөнлөк бирергә? Ниндәйе һаулыҡ өсөн зарарһыҙ? Табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
Терегөмөшлө градусник иң дөрөҫөн күрһәтә, әммә ул хәүефле. Билдәле булыуынса, ватылһа, ағыулы терегөмөш бүленеп сыға. Шуға күрә күптәр уны файҙаланыуҙан баш тарта.
Өйҙә файҙаланыу өсөн электрон градусник алырға мөмкин. Уның яҡынса 0,2-0,3 градусҡа яңылышыуы ихтимал. Көндәлек ҡулланыуҙа был күрһәткес бик мөһим айырма ла түгел.
Галинстан градусник тәү ҡарауға терегөмөшлөгә оҡшаш. Әммә эсендә - галлий, индий, аҡ ҡурғаш ҡатнашмаһы, улар кеше өсөн зыянлы түгел. Был градусникты ҡулланыр алдынан ныҡ итеп һелкеү талап ителә, тәнгә бик яҡын ҡуйырға ла кәрәкмәй, дөрөҫ күрһәтмәүе бар.
Инфраҡыҙыл градусник балаларҙың тән температураһын үлсәү өсөн бик уңайлыһы. Тик һатыуҙа ул бик ҡиммәт тора.
Һәр кемдең үҙенә кәрәкле, үҙе өсөн уңайлы градусник һатып алыу мөмкинлеге бар. Уның бар йорттарҙа булыуы мотлаҡ, бигерәк тә бөтә донъяны мәкерле сир ҡурҡытып тотҡанда.