Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев бөгөн кис республикала тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелеүгә бәйле үҙгәрештәргә туҡталып үтте, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Тәүге сиратта был сара коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү өсөн эшләнә. Ҡала һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренә район һәм ҡала, район биләмәләре буйынса хәрәкәт итеү рөхсәт ителгән ойошма-предприятиеларҙың исемлегеy төҙөү бурысы йөкмәтелгән. Бының буйынса төп йүнәлештәр бөгөн киске сәғәт 5-кә билдәләнәсәк һәм муниципалитетттарға ебәреләсәк.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкиле Максим Родионов әйтеүенсә, үҙ аллы изоляция режимы индерелеүгә бәйле, полиция хеҙмәткәрҙәре тораҡ пункттарҙың урамдарында, парктарында, скверҙарында патрулдә йөрөйәсәк, уларға йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән башҡа ойошма вәкилдәренең хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҙә ҡушыласаҡ, тип белдерҙе.
– Полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙ аллы изоляция режимын боҙоусыларға ҡаршы протокол төҙөү хоҡуғы бар. Артабан был материалдар "Роспотребнадзор" идаралығына еткереләсәк. Әммә барыһы ла кешенең режимды ни сәбәпле боҙоуынан тора, сөнки барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ: кемдеңдер оло йәштәге ата-әсәһе бар, уларға аҙыҡ-түлек, дарыу алып барырға кәрәк, мәҫәлән. Унан тыш, башҡа кисектергеһеҙ мәсьәләләр тыуыуы ихтимал. Шуға ла аңлатыу эштәре алып барыу фарыз, алгоритмдар билдәләнә, - тине Максим Родионов.
Әлеге ваҡытта Өфөлә алты тиҫтәнән ашыу махсус автомобиль урамдар буйлап йөрөп, динамиктар аша үҙ аллы изоляция режимы индерелеүгә бәйле үҙенсәлектәрҙе аңлата. Республикала ошондай 110 автомобиль эшләй.
Дөйөм үҙ аллы изоляция режимын раҫлаған указға ярашлы, киҫкен ихтыяж булмаһа, граждандар йорттарынан сығырға тейеш түгел. Паспорт йә башҡа шәхесте билдәләгән документ ҡәтғи талап ителмәһә лә, уны үҙең менән йөрөтөү кәңәш ителә.
Район-ара, ҡала-ара йөрөгән пассажир ташыған транспорт һаны ҡырҡа кәметеләсәк. Граждандарға автомобилдәҙә хәрәкәт итеү тыйылмай, әммә һәр хәрәкәттең аныҡ сәбәбе булырға тейеш.
Унан тыш, бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы карантин режимын боҙоусыларға ҡаршы закондар ҡабул итте, ул яуаплылыҡ кимәлен күпкә ҡәтғиерәк итә.