Сәләмәт булайыҡ
4 Апреля 2020, 11:50

"Үҙебеҙҙең андыҙ бар саҡта..."

Билдәле милләттәшебеҙ Гүзәл Ситдыҡова социаль селтәрҙә файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашты. Уҡыйыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова социаль селтәрҙә: “Тапҡанһығыҙ йығылып ятыр эҙләр нәмә! Етмәһә, ҡиммәткә – имбир! Үҙебеҙҙең андыҙ бар сағында. Минең уйымса, беҙҙең андыҙ – иң яҡшы сара, элек бер ниндәй ҙә антибиотиктар булмаған саҡта ла уны файҙаланып һауыҡҡандар, үпкә шешкәндә, йәғни пневмония булғанда беренсе төп дауа сараһы итеп файҙаланғандар”, – тип файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлаша.
"Андыҙҙың дауаһы көслө. Шуға күрә табип тәғәйенләүе буйынса дауаланыу мотлаҡ. Вариҫ Ғүмәровтың “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” китабында уны ниндәй ауырыуҙан һәм нисек ҡулланырға икәнлеге күрһәтелгән. Кипкән тамырын, тамырһабағын дөрөҫ һаҡлағанда, өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай. Андыҙ тамырынан һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡты ике стакан ҡайнар һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 3-4 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 аш ҡалағы эсергә", – тип Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.

Башҡа мәлүмәттәргә күҙ һалайыҡ.

Андыҙ (русса - девясил высокий) — астралар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1-1,25 метр тирәһе. Июнь-сентябрь айҙарында һары сәскә ата, емеше август-октябрҙә өлгөрә. Ҡалын тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек. Япраҡтары сиратлашҡан, ситтәре "теш"ле. Сәскәһе һары төҫтә. Емеше оҙонса, дүрт ҡырлы, ҡоңғорт бүрексәле орлоҡса. Декоратив, баллы үҫемлек. Дарыу үләне.
Андыҙ дымлы туғайҙа, йылға, күл буйҙарында, болондарҙа, урман ситендә үҫә.
Тамырында һәм тамырһабағында сапониндар, аҙ миҡдарҙа алкалоид матдәләре, инулин, эфир майы, С, Е витаминдары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.
Андыҙ дарыу үләне булараҡ элек-электән билдәле. Ул боронғо Грецияла һәм Римда киң ҡулланылған. Күп илдәрҙең халыҡ медицинаһында айырыуса популяр дарыу үләне булып иҫәпләнә.
Андыҙ аппетитты аса, аш һеңдереүҙе яҡшырта, эсәк һәм ашҡаҙан эшен көйләй, организмда матдәләрҙең алмашыныуын яйға һала. Тамырынан, тамырһабағынан яһалған төнәтмә бәүел ҡыуыу, тирләтеү, бабасыр төшөрөү, йүткереүҙе бөтөрөү, ауырыуҙы туҡтатыу, тынысландырыу көсөнә эйә. Ҡеүәтле антисептик ҡаҡырыҡты йомшартып сығара, елһенеүҙе баҫа. Төрлө ашамлыҡҡа, дарыуҙарға, һыуыҡҡа аллергия булғанда ярҙам итә. Ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен дә арттыра.
Тамыр һәм тамырһабаҡ төнәтмәһен йәки һарҡындыһын үпкәлә туберкулез, бронхит, ревматизм ауырыуҙарын дауалағанда эсәләр. Уны шулай уҡ тамаҡ, урт эсе сирҙәренән дә файҙалы. Ә андыҙҙың үҙен сабыртма, экзема, тимерәү, ҡысынма кеүек ауырыуҙарҙы дауалау өсөн тән тиреһенә һалыу яҡшы.
Андыҙҙан дөйөм һаулыҡты нығытҡан төнәтмә. Бер ҡалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнаған һыулы кәстрүлдә 15-20 минут тоталар. Һөҙгәс, бер стакан күләменә етерлек ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда ярты стаканлап эсәләр.
Ревматизмды дауалау өсөн. Андыҙ һәм дегәнәк тамырҙарын бер үк ауырлыҡта алалар. Бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут дауамында таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. Һөҙәләр. Көнөнә өс тапҡыр ашарға 20 минут ҡалғас бер ҡалаҡ эсәләр. Был төнәтмәне шулай уҡ йылытыусы компресс итеп тә файҙаланырға була.
Андыҙҙың тамыры һәм тамырһабағы көҙ ҡаҙып алына. Был эште һалҡын төшкәнсе башҡарып ҡуйырға кәрәк. Бер төптән 60 - 750 грамм еүеш тамыр һәм тамырһабаҡ ҡаҙып алырға була. Улар таҙартып йыуыла, нәҙектәре ҡырҡып алына ла ваҡ өлөштәргә киҫелә. Андыҙ тамыры һәм тамырһабағы ел өрөп торған күләгәле ерҙә киптерелә. Йылылыҡ 40 градустан артмаған урында ла мөмкин, шулай уҡ ут яҡҡандан һуң һыуый барған мейес башына ла ҡуйып алырға була. Тамыр киҫәктәре йыш әйләндерелә, был уларҙың тигеҙ кибеүе өсөн кәрәк.
Иҫкәрмә: андыҙ - көслө дарыу үләне, уның һәр кемгә лә бармауы ихтимал, шуға күрә табиптың тәғәйенләүе буйынса ғына ҡулланырға кәрәк.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас