Был хәбәр әкиәткә оҡшаһа ла, ысынбарлыҡ. Ҡытай кешеһе Ли Цинъюнь, ысынлап та, 256 йәшкә тиклем йәшәгән. Быны дәлилләгән документтар бар.
Был ир оҙаҡ йәшәп кенә ҡалмаған, уның буйы ла бик бейек - ике метр - булған. Халыҡ араһында “оҙон буйлы кешеләр оҙаҡ йәшәмәй” тигән уйҙырманы ла инҡар иттерә был кеше.
Ли Цинъюнь 1677 йылда тыуған. Ғүмеренең күп өлөшөн тауҙарҙа үткәргән, шифалы үләндәр йыйған һәм оҙаҡ йәшәү серҙәрен өйрәнгән. Бабай 1933 йылда, 256 йәштә, вафат булған.
71 йәштә сағында Кайсянға күсә. Унда ҡытай армияһына ҡушыла һәм һалдаттарҙы хәрби сәнғәткә өйрәтә башлай. Шулай уҡ бабай хәрби кәңәшсе ролен дә үтәй. 179 йыл үткәс, Ли 43 йәшлек генерал Янь Сенға бара. Линың йәштәрсә йөҙө, көсө һәм ҡаһарманлығы генералды хайран ҡалдыра. Генералда ҡунаҡта саҡта бабайҙың иң билдәле һәм берҙән-бер фотоһы эшләнгән.
Һуңғараҡ генерал үҙенең 250 йәшлек ҡунағының ҡиәфәтен былай тип һүрәтләй: “Ул бик яҡшы күрә һәм етеҙ йөрөй. Буйы – ете фут (ике метр самаһы), тырнаҡтары оҙон, бите алһыу”.
Линың 200 балаһы һәм 24 ҡатыны булған. Ул хәләл ефеттәренең 23-өн ерләгән, һуңғыһы ғына унан һуң ҡалған.
Унан йыш ҡына оҙаҡ йәшәү серҙәре менән уртаҡлашыуын һорағандар. Былай тип яуап биргән: “Йөрәгегеҙҙе шымыраҡ тотоғоҙ, ташбаҡа кеүек ултырығыҙ, күгәрсендәй етеҙ йөрөгөҙ һәм эт һымаҡ йоҡлағыҙ”. Күрәһең, бында һүҙ тыныс психик хәл һәм яҡшы йоҡо тураһында барғандыр. Билдәле булыуынса, бабай ғүмер буйы махсус тын алыу күнекмәләре эшләгән. Шулай уҡ ул үләндәр төнәтмәһе эскән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рецебы билдәле түгел.
Был бабайҙың тормошо тураһында юҡҡа ғына бәйән итмәйбеҙ. Әле күптәр араһында, 60-70-кә еткәндә лә шәп булыр ине әле, тигәнде ишетергә тура килә. Ә беҙҙең организмдың мөмкинлектәре киң. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, оҙон, бәхетле ғүмергә ынтылайыҡ.