Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Апрель 2020, 22:31

Оптимист сир белмәй

Күҙ алдығыҙға ярты стакан һыуҙы килтерегеҙ әле. Хәҙер әйтегеҙ: ул яртылаш тулымы, әллә яртылаш бушмы? Яуабығыҙ “яртылаш тулы” булһа, тимәк, һеҙ – оптимист. Әгәр икенсеһе дөрөҫ тип иҫәплә­һәгеҙ, һеҙ – пессимист. Был тест ябай ғына тойолһа ла, үҙенә күрә мәғәнәгә эйә.

Күҙ алдығыҙға ярты стакан һыуҙы килтерегеҙ әле. Хәҙер әйтегеҙ: ул яртылаш тулымы, әллә яртылаш бушмы? Яуабығыҙ “яртылаш тулы” булһа, тимәк, һеҙ – оптимист. Әгәр икенсеһе дөрөҫ тип иҫәплә­һәгеҙ, һеҙ – пессимист. Был тест ябай ғына тойолһа ла, үҙенә күрә мәғәнәгә эйә.


Оптимизм – (латин телендә “иң яҡшы”) бөтә нәмәне яҡшыға, изгегә юрап йәшәү тигәнде аңлата. Оптимистар төрлө проблемалар, уңышһыҙлыҡтар алдында юғалып ҡалмай. Улар шәхси тормошта ла, эштә лә, тормоштоң бүтән өлкәләрендә лә башҡаларҙан йышыраҡ һәм ҙурыраҡ уңыш ҡаҙана.
Бәләкәйҙән тәрбиәләнә

Фин психологтары баланың киләсәктә оптимист йә пессимист булыуы ул үҫкән ғаиләнең социаль-иҡти­сади шарттарына тығыҙ бәйле икәнлеген асыҡлаған.
Улар фекеренсә, етешһеҙлек кисергән, татыу булмаған, иреш-талаш һәм аңлашылмаусанлыҡ хөкөм һөргән ғаиләлә тыуып үҫкән баланың, ҙурайғас социаль статусы яҡшырһа ла, киләсәккә ҡарашы пессимистик булып ҡала. Ә уңышлы, татыу, һөйөү һәм бер-береһен хөрмәтләү хакимлыҡ иткән ғаиләлә тәрбиәләнгән ба­ла, үҙҡиммәте һәм баһа кимәле юғары булған­лыҡтан, ауыр шарттарҙа ла юғалып ҡалмай, уларҙан сығыу юлдарын таба белә, тормош һалған күңел йәрәхәт­тәрен дә үткәреп ебәреп, киләсәккә матур хыялдар ҡороп йәшәүен дауам итә.
Йәшәү көсө – өмөттә

Ни өсөн берәүҙәр йырып сыҡҡыһыҙ проблема алдында юғалып ҡала, ә икенселәр, киреһенсә, ныҡы­шып, нисек тә булһа еңеп сыға? Ғәҙәттә, донъяға оптимистик ҡарашта булған, ауыр шарттарҙың яҡшы­рыуына өмөт итеп йәшәгән кеше ҡыйынлыҡтарға бирешмәй.
Өмөт – яҡшы сифат

Уға эйә булыр өсөн иң тәүҙә килеп тыуған уңыш­һыҙлыҡтың ваҡытлыса икәнен аңлай, аныҡ сәбәптәрен билдәләй белергә кәрәк. Пессимистың аңында өмөткә ҡарағанда, икеләнеү, үҙ көсөнә ышанмау ҙурыраҡ роль уйнай. Әйтәйек, эш эҙләгән ваҡытта өс-дүрт урынға мөрәжәғәт итеп тә, йүнле әмәл килеп сыҡмаһа, уның күңеле төшә, үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп хис итә башлай. Оптимист иһә: “Бынан башҡа эш урындары бөтмәгәндер әле”, – тип сәмләнә генә, өмөт утына һүнергә ирек бирмәй.
Ғалимдар раҫлауынса, пессимист депрессияға ла тиҙерәк бирелә, һаулығына ла йышыраҡ зарлана һәм, төрлө өлкәлә һәләтле булыуына ҡарамаҫтан, эшләгән урынында юғары үрҙәр яулай алмай.
Табиптар ҙа юҡҡа ғына, донъяға оптимистик ҡа­рашта булыу – һаулыҡҡа шифа, тимәйҙер. Яңы көндө ҡыуанып, йылмайып ҡаршы алыу ғүмерҙе оҙайта, ти улар. Әкиәттәге мөғжизәләй тойолһа ла, тормошҡа ыңғай ҡараш организмдағы химик бәйләнештәрҙе үҙгәртеү көсөнә эйә. Мәҫәлән, баш мейеһе күҙәнәктәре етештергән эндорфиндар иммун системаһына ыңғай тәьҫир итеп, организмдың күп сирҙәргә ҡаршы тороуына килтерә.
Тағы ла бер миҫал. Данияла төрлө йөрәк сирҙәре менән яфаланған күп һанлы пациенттарҙы тикшер­гәндән һуң, пессимистарҙың миокард инфарктына дусар булыуы һәм йәшләй донъя ҡуйыу осрағы, оптимистар менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ икән­леге асыҡланған. Ни өсөн тигәндә, йыш ҡабат­ланған стрестар менән оҙатылып килгән хроник пессимизм кеше организмында саманан тыш адреналин һәм кортизол гормондарының барлыҡҡа килтерә икән.
Шуға күрә лә һәр яңы тыуған көндән йәм табып, донъяның ҡәҙерен белеп, көлөп-йылмайып йәшәйек, дуҫтар!