Сәләмәт булайыҡ
8 Апреля 2020, 06:00

Көрән иристың файҙаһы нимәлә?

Шәхсән үҙем аҡ халатлы апайҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, магазинға юлландым.

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тыуған яҡтарына ҡайтты, ағастар бөрөгә тулышты, ер ҡарҙан әрселә, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡышты оҙатып, яҙға аяҡ баҫтыҡ. Айырыуса тап ошо миҙгелдә витаминдарға бай аҙыҡ-түлек ашарға кәрәк.
Терапевт Вәсилә Ғилметдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәшелсә-емеш менән бер рәттән кәнфиттәр ҙә кеше организмы өсөн файҙалы икән. Бигерәк тә көрән ирис имеү асығыуҙы баҫа, өҫтәүенә әҙәм балаһын тынысландыра.
– Әлбиттә, был кәңәшем балалар шикелле өҙлөкһөҙ кәнфит һурып йөрөгөҙ тигәнде аңлатмай, – ти табип. – Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Көрән ирис составында иһә ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы тороу йәки уны юҡ итеү һәләтенә эйә ҡушылмалар бар.
Шәхсән үҙем аҡ халатлы апайҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, магазинға юлландым. Унда иһә кәнфиттән кәштәләр һығылып тора, иң ҡыҙығы - өлкән йәштәгеләр ирис һатып алыуға өҫтөнлөк бирә.
Илдар Аҡъюлов.
Фото: shopole.ru
Читайте нас