Сәләмәт булайыҡ
30 Апреля 2020, 13:21

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ...

Бөгөн бик күп кешенең көнө компьютер алдында уҙа. Әлбиттә, күҙгә көс төшә. Табип-офтальмологтар белдереүенсә, емелдәүек нөктәләрҙән торған экранда теүәл һүрәт яһау өсөн, күҙ даими рәүештә фокусты үҙгәртеп торорға мәжбүр. Шуның арҡаһында энергия һәм күреү пигменты артыҡ күп сарыф ителә. Көсөргәнешлелекте кәметергә махсус күҙлек ярҙам итә ала.

Күреү һәләтен яҡшыр­тырға түбәндәге ысул да файҙалы. Ҡағыҙға баҫты­рылған тексты ҡулға тотоп, әкрен-әкрен (хәрефтәр танылмай башлағансы), күҙгә яҡын килтерегеҙ. Был ваҡытта күҙ мускулдары көсөргәнешле хәлгә килә. Ҡарашты айырмайынса, тексты ҡул һуҙымы тиклем араға йырағайт­ҡан­да, улар йомшара. Күнегеү 2-3 минут дауамында бер нисә тапҡыр яһала. Әгәр гел бер урынға – китапҡа йәки экранға ғына текәлеп ултырһаҡ, хрусталикты әйләндереп алған мускулдар хәлһеҙ­ләнә һәм көсһөҙләнә, әйбер­ҙәрҙең һүрәте тоноҡлана. Бындай хәл булмаһын тиһәгеҙ, күҙ мускулдарын эшләтергә кәрәк.
Күҙҙәр арымаһын өсөн тағы бер нисә кәңәште иҫтә тотоғоҙ.
Дөрөҫ яҡтыртығыҙ. Иң яҡшыһы – ике яҡтылыҡ сы­ға­нағы ҡулланыу. Бе­реһе өҫкө – дөйөм, бөтә бүлмәгә тарала торған яҡтылыҡ булһа, икенсеһе уҡығанда ҡабыҙыла торған лампочка булһын.
Күҙҙәрҙе ял иттерегеҙ. Ҡараңғы бүлмәлә йоҡла­ғыҙ. Тәҙрәнән урам уттары күренеп торһа, ҡалын ҡор­ған ҡороғоҙ. Йоҡо бүлмә­һендә телевизор бар икән, уның диодын төнгә һүн­дереп (йәки берәр нәмә менән ышыҡлап) ҡал­ды­рығыҙ. Яҡты ут нөктәһе күҙҙәрҙе ярһыта.
Витаминдар хаҡында онотмағыҙ. А витамины балыҡ майында һәм майлы диңгеҙ балығында бар. Е витамины сәтләүектә, күрәгәлә һәм көнбағышта күп. Зеаксантин һәм лютеин – катаракта барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тороусы буяғыстар. Улар йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә (шпинат, брюссель кәбеҫтәһе, брокколи) шаҡтай күп.
Читайте нас