Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы тирәләй ҡуйыра барған хәл айҡанлы Йылайыр үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Хәмитов үҙ фекерен белдерҙе.
"Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Һеҙгә Йылайыр үҙәк район дауаханаһы коллективы исеменән мөрәжәғәт итәм, - тине Илдар Арыҫлан улы. - Һуңғы осорҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы тирәләй бөтөнләй башҡа һыймаған хәлдәр күҙәтелә. Әлеге осорҙа - коронавирус инфекцияһы эҙемтәләрен республика халҡына тәьҫирен мөмкин тиклем аҙыраҡ итергә тырышҡанда - һис тә мөнәсәбәттәр асыҡлау ваҡыты юҡ. Бының өсөн компетентлы ойошмалар бар, улар теге йәки был етәксенең ни тиклем ғәйепле икәнен билдәләр.
Беҙҙең бурыс - Гиппократ антын онотмау, ә мөнәсәбәттәр асыҡлау түгел. Бер-беребеҙгә терәк булғанда ғына был ауыр осорҙо иң бәләкәй юғалтыуҙар менән үтә аласаҡбыҙ. Был хәл тамамланғас, әлбиттә, һәр кем үҙ фекерен белдерер, һәм ҡарар ҡабул иткәндәр беҙҙең әйткәнгә ҡолаҡ һалырға тейеш буласаҡ".