19 йәшлек Стәрлетамаҡ егете Ранэлдең яҙмышын бөтә республика күҙәтә, табиптарҙың уны үлемдән ҡотҡарасағына өмөтләнә. Апаһы Ралинаның әйтеүенсә, хәле бер аҙ яҡшырыу менән егетте Өфөгә килтерәсәктәр. Баш ҡалала уға операцияны Мәскәү хирургтары яһарға тейеш.
Әлегә Ранэль Салауат ҡалаһы дауаханаһында, урындағы табиптар күҙәтеүендә. ”Хәҙер иң мөһиме - ауыр хәлдән нисек тә сығыуы. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа уның өсөн доға ҡылайыҡ! Көрәш, ҡустым! Бирешмә! Һин яңғыҙ түгел! Беҙҙең ярҙам итеүебеҙҙе тойоуыңды беләм. Һине аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә апаһы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ваҡиға 15 апрелдә башланғайны. Егеттең баш мейеһендә шеш барлығы асыҡланғас, уны карантин сәбәпле дауаханаға ҡабул итмәйҙәр. Табиптарға күренергә ярҙам итеүҙе һорап, туғандары республика властарына мөрәжәғәт итә. Салауат ҡалаһы дауаханаһы табиптары тәүге ярҙам күрһәтә, әммә егеткә квалификациялы медицина булышлығы талап ителә, әле ул реанимацияла. 29 апрелдә комаға киткәне билдәле булды. Апаһының әйтеүенсә, 1 майҙа Ранэль ауыртыуҙы һиҙә башлаған.