Сәләмәт булайыҡ
7 Мая 2020, 11:35

Кәмей башланы, тиһәк...

Һауыҡҡан пациенттар һаны арта – барлығы 23 803. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә 88 кеше вафат булған.

Ике көн дауамында республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылыр һаны бер аҙ кәмегәндәй булғас (34 һәм 24 осраҡ), күңел бер аҙ күтәрелгәйне. Йәнәһе, ҡурсаланыу шарттары үҙен аҡланы, оҙаҡламай барыбыҙ ҙа ҡанатланып эшкә сығасаҡбыҙ, магазиндар гөрләп эшләйәсәк, балалар шау-гөр килеп уҡырға йүнәләсәк...
Тик мәкерле вирус әлегә республикабыҙҙа хакимлыҡ итә. Бер тәүлек эсендә Govid-19 вирусы йәнә 83 кешелә раҫланған, шулай итеп ауырыуҙар һаны 1243-кә етте. Тимәк, изоляция шарттарын, эпидемиология ҡағиҙәләрен һәм талаптарын һәр кемдең тәүәл үтәүе бик мөһим.
Рәсәйҙә бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусылар һаны 11 231 кешегә артып, бөтәһе 177 160 тәшкил иткән. Һауыҡҡан пациенттар һаны арта – барлығы 23 803. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә 88 кеше вафат булған.
4 майҙан республикала битлектә йөрөү режимы индерелде. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Битараф булмайыҡ, вирус эргәбеҙҙә генә...
Фото: yandex.ru.
Читайте нас