Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Май 2020, 12:46

Хәтерең нисек?

Уны яҡшыртыу буйынса ун кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Ошо кәңәштәрҙе иҫтә тотһағыҙ, хәтергә бәйле проблемаларығыҙ ҙа булмаҫ.


1. Дөрөҫ туҡланығыҙ. Омега-3 май кислоталары булған ризыҡтар: балыҡ, сәтлә­үек, көнбағыш ашарға тырышығыҙ. Әлеге антиоксидант баш мейеһе күҙә­нәктәрен ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай. Һөт ризыҡтары организмды фосфор һәм кальций менән байыта. Калий, магнийға бай еләк-емеш, өрөк, күрәгә лә файҙалы.
2. Сәләмәт йәшәгеҙ. Насар ғәҙәттәр: спиртлы эсемлектәрҙе самаһын белмәй ҡул­ланыу һәм тәмәке тартыу хәтерҙе насарайта.
3. Хәрәкәт итегеҙ. Саф һа­уала күберәк булығыҙ, хәрә­кәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
4. Тейешенсә йоҡлағыҙ. Йоҡлаған ваҡытта кешенең нервы системаһы тыныс була. Йоҡо туймағанда кеше тиҙ онотоу­санға әйләнә, кеше көнөнә 7–8 сәғәт йоҡларға тейеш.
5. Хәтерҙе яҡшырта торған күнегеү­ҙәрҙең дә файҙаһы бар. Мәҫәлән, ҡағыҙға өтөр аша мәғәнәләре буйынса бер-береһенә яҡын булмаған һүҙҙәр теҙмәһе яҙаһың. Төп маҡсат – был һүҙҙәрҙе отоп ҡалып, ҡысҡырып ҡабатларға кәрәк. Һүҙҙәрҙең һанын әкренләп арттыраһың.
6. Китап уҡыу хәтерҙе яҡшырта. 14 йәшкә тиклемге балаларға ҡысҡырып уҡырға кәңәш ителә, ә оло кешеләргә китапты уҡығанда ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был хәтерҙе яҡшыр­тырға булыша.
7. Уйын ҡоралдарында уйнау файҙалы.
8. Ғәҙәттәрҙе үҙгәртегеҙ. Ара-тирә уң ҡул менән эшләргә күнеккән ғәмәлдәрҙе һул ҡул менән эшләп ҡарағыҙ. Әйтәйек, сәс тарағанда, теш таҙартҡанда ҡулдарҙы алыштырып эшләгеҙ.
9. Төрлө башватҡыстар, судоку, кроссворд, шашка, шахмат, домино уйындары хәтерҙе нығытырға ярҙам итә.
10. Күберәк кеше араһында булығыҙ, яңғыҙ ҡалып, үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ.
Читайте нас в