Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Июнь 2020, 23:00

Беҙҙең медицина көслө булып сығасаҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ватан" этнопаркында үткән сара барышында медицина хеҙмәткәрҙәренә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр киң итеп Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Аҡ халатлыларҙы “Ватан” паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
– Хөрмәтле табиптар, табип-лаборанттар! Хөрмәтле фельдшерҙар! Хөрмәтле шәфҡәт туташтары һәм акушеркалар! Хөрмәтле фармацевтар һәм фармакологтар! Хөрмәтле санитаркалар! – тип башланы тәбрикләү сығышын төбәк Башлығы. – Бөгөн беҙ һеҙҙе бында бер маҡсат менән генә саҡырҙыҡ – рәхмәт әйтер өсөн. Дүрт миллиондан ашыу республика халҡы исеменән башҡарған эштәрегеҙ өсөн һеҙгә тәрән хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн.
Радий Фәрит улы медицина хеҙмәткәре һөнәре һәр ваҡыт иң мәрхәмәтле һәм кәрәкле булыуын билдәләне. Тик тап бөгөн, бөтә донъя, ил һәм республиа коронавирус тигән мәкерле сир менән көрәшкән саҡта, уға ҡаршы иң тәүҙә табиптар һәм шәфҡәт туташтары сыҡты.
– Дүрт меңдән ашыу табибыбыҙ COVID менән сирлеләргә ярҙамға сыҡты. Медик-студенттар “хәрби сирҡаныу” алды. Диплом да алып өлгөрмәгән студенттарыбыҙ Өфө дауаханаларына дежурға сыҡты һәм тәжрибәле хеҙмәттәштәре менән бергә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара башланы. Нисек ауыр булыуы тураһында беҙ белмәйбеҙ генә. Эмоциональ яҡтан ла, физик яҡтан да ауыр булды. Дежурға китеп, ғаиләләрегеҙ менән айырылдығыҙ. Гел генә сирлеләр араһында булыу ҙа еңел түгел. Тик һеҙ барыһына ла ҡаршы тора алдығыҙ, – тине ул. – Әлбиттә, был һынау инфекционист-табиптарға ғына түгел, ә бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһы иңенә төштө. Бөгөн шуны әйтә алам: улар был һынауҙы лайыҡлы үтте һәм артабан да үтә.
Радий Хәбиров лайыҡлы табиптар, ғалимдар, профессорҙар һәм тармаҡ ветерандарын телгә алды. Улар Вил Тимербулатов, Римма Үтәшева, Мәжит Нартайлаҡов, Айытбай Ғүмәров, Шамил Ганцев, Владимир Плечев һәм башҡалар. Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа республика өсөн сифатлы медицина кадрҙары әҙерләү өсөн рәхмәт әйтелде.
– Беҙҙең коронавирус менән көрәш тәжрибәһе Рәсәй Хөкүмәте, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан юғары баһаланды. Тап шуның өсөн әле беҙҙең ике махсус бригада икенсе төбәктәрҙә эшләй. Илебеҙ Президенты Башҡортостан табиптарының коронавирус менән көрәшкә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Уның Указы менән 120-нән ашыу медицина хеҙмәткәре бүләкләнде. Тармаҡтың иң абруйлы наградаһының береһе – Пирогов ордены менән бер юлы туғыҙ табибыҙ наградланды, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе артабан да һаулыҡ һаҡлау системаһының матди-техник базаһы нығытыласаҡ тине. Ауыр финанс шарттарға ҡарамай, яңы учреждениелар төҙөләсәк, булғандары төҙөкләндереләсәк.
– Беҙҙең медицина был коронавирус тарихынан нығынған, матди йәһәттән нығыраҡ ҡорамалландырылған, ҙур тәжрибә һәм үҙ көстәренә ышаныс менән сығырға тейеш. Тап ошондай бурысты мин Хөкүмәт һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына ҡуям, – тине Радий Фәрит улы.
Ул ысын йөрәктән бар медицина хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләне, уларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне. Аҙаҡ алдынғы табиптарға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото: Башинформ.
Читайте нас в