Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Июль 2020, 15:45

Пневмония хәүеф тыуҙыра

Ҡала кешеләре күберәк сирләгән (65,6 процент), ауылда йәшәгәндәр әллә ни бирешмәгән (34,4 процент).

Коронавирус пандемияһы осоронда пневмония менән сирлеләр артыуын күрәбеҙ. Ул элекке йылдарҙа ла йоғошло ауырыуҙарҙың береһе булған.
"Роспотребнадзор" мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр республикала пневмонияның 21 870 осрағы теркәлгән. Ҡала кешеләре күберәк сирләгән (65,6 процент), ауылда йәшәгәндәр әллә ни бирешмәгән (34,4 процент).
Йәш быуын араһында ла был сир йыш осраған, 17 йәшкә тиклемге 8 866 бала уны йоҡторған. Пневмониянан 135 кеше вафат булған, шул иҫәптән дүрт бала. Сир күрһәткестәре Волга буйы федераль округы буйынса күрһәткестәрҙән бер аҙға түбәнерәк булһа ла, дөйөм Рәсәйҙекенән 4,3 процентҡа юғарыраҡ.
Былтыр иң юғары пневмония күрһәткестәре Күгәрсен, Балтас, Баймаҡ, Әлшәй райондарында теркәлгән. Был сир хәүефле, түбәнге тын алыу юлдарын, үпкә туҡымаһын зарарлай, һауа тулған альвеоляр киңлеген шеш шыйыҡлығы менән тултыра.
Фото: Musikmp3.ru.
Читайте нас в