Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Июль 2020, 14:10

Ҡояш һуҡтымы, әллә эҫе ҡаптымы?

Был хәлдән тиҙерәк сығармаһаң, аҙағы аяныслы тамамланыуы бар. Һаҡланыу һәм ярҙам сараларын беләйек, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ.

Көндәр эҫе тора. Халыҡ йылға-күлдәргә эркелә. Әммә шуныһы: ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ булыуҙың күңелһеҙ хәлдәргә тарытыуы ихтимал.
Ҡояш нурҙары аҫтында баш кейеме кеймәйенсә, тәнде ҡапламайынса йөрөһәң, тән бешеп, ауырта башлауы хаҡында беләбеҙ. Шулай уҡ баш ауырта, хәл бөтә, ҡоҫтороуы ихтимал. Был – ҡояш һуғыу һөҙөмтәһе.
Шулай уҡ эҫе ҡабыу тигән төшөнсә лә бар икән. Артыҡ эҫелектән баш әйләнеп, тән температураһының күтәрелеүе, әммә тирләтмәүе ихтимал. Бит ҡыҙара, эс китә һәм ҡоҫтора башлай. Әгәр ҙә ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, кешенең һаташа башлауы ла бар. Эҫе ҡапҡан кешенең хатта аңын юғалтыуы ихтимал. Был ваҡытта йөҙө ағарып, тәне һыуынып, йөрәк тибеше шәбәйеп китә. Ошо хәлдән тиҙерәк сығармаһаң, аҙағы аяныслы тамамланыуы бар. Шуға ла кисекмәҫтән табип саҡыртыу кәрәк.
Эҫе ҡабыуға күпселек артыҡ һимеҙ кешеләр, балалар, йөрәк-ҡан тамырҙары сире булғандар, ҡарттар, көнө буйы урамда эшләгәндәр, тәмәке тартҡандар һәм алкоголле эсемлектәр ҡулланғандар йышыраҡ дусар була.
Әгәр ҙә кешегә эҫе ҡапҡанын күрһәгеҙ, уны мотлаҡ күләгә ергә күсереп һалығыҙ. Күп итеп һыу эсереп, мөмкин тиклем тәнен һыуытырға тырышыу кәрәк. Һыулы таҫтамалға төрөргә, тәненә туңдырылған боҙло пакет ҡуйырға була. Һәм, әлбиттә, "Ашығыс ярҙам" саҡыртыу мотлаҡ. Ғөмүмән, эҫелә бәләгә тарымау өсөн күп итеп һыу эсергә, газлы, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаҫҡа ҡушыла. Ҡояшта йөрөүҙе, эҫелә физик көсөргәнеште кәметергә, һыуыҡ душта ҡойоноп алырға кәңәш ителә. Шулай уҡ транспортта оҙайлы юлға сыҡмау хәйерле. Имен-һау, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Фото: pixcabay.com
Читайте нас: