Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Август 2020, 17:30

Ҡысҡырығыҙ!

Хис-тойғолар йөрәккә һыймайынса, тамаҡ төбөндә төйөр ише тығылып тора икән, бындай ваҡытта мотлаҡ күңелде бушатыр кәрәк. Был осраҡта психиатр Юрий Вяльба ҡысҡырырға кәңәш итә.

Хис-тойғолар йөрәккә һыймайынса, тамаҡ төбөндә төйөр ише тығылып тора икән, бындай ваҡытта мотлаҡ күңелде бушатыр кәрәк. Был осраҡта психиатр Юрий Вяльба ҡысҡырырға кәңәш итә.


Әммә быны башҡаларға ҡамасауламаҫлыҡ итеп эшләр­гә кәрәк.

— Фатирҙа йәки урманда ҡысҡырырға мөмкин. Был кө­сөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә — эмоциялар энергияһы кешенең эсендә ҡалмай, уны психологик йәһәттән ҡаҡшат­май, ә тышҡа китә, — ти табип.


Әлбиттә, был ысул ҙур проблемаларҙы хәл итмәҫ, психоаналитик менән эшләүҙе лә алыштырмаҫ, шулай ҙа көслө эске көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итер.


Шул уҡ ваҡытта белгес, ҡул аҫтыңда эшләгәндәргә йә хеҙ­мәттәштәргә ҡысҡырырға ярамай, тип белдерә. Сөнки был мөнәсәбәттәрҙе ҡатмар­лаш­тырыуға килтерәсәк. Ҡысҡы­рыуҙы фәҡәт үҙеңде борсоған эске проблемаға арнарға һәм быны яңғыҙ ҡалғанда эшләргә кәрәк.

Әйткәндәй, ҡысҡырыу ысулын психотерапевтар дауалау барышында бер алым булараҡ ҡуллана.
Читайте нас: