Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 33 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7634-кә етте. Һауыҡҡандар – 6820 (һуңғы тәүлектә 47 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 29. Республика стационарҙарында – 786, амбулатор шарттарҙа 711 кеше дауалана.
Сирләүселәр һаны буйынса алдынғылар рәтендә Өфө ҡалаһы, Бәләбәй районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы.