Сентябрь-октябрь – киҙеүҙән прививка эшләтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Быйыл, коронавирустың икенсе тулҡыны ихтималлығы шарттарында, иммунитетты нығытыу, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген хәстәрләү айырыуса көнүҙәк.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл һайын планетаның һәр бишенсе кешеһе грипп йоҡтора, 250 меңдән бер миллионға тиклем кеше үлә. Йыл һайын!
Оҙайлы йылдар дауамындағы практика киҙеүгә ҡаршы прививка сирләү кимәлен – бер ярым тапҡырға, дауаханаға ятыу зарурлығын – ике тапҡырға, ауыр эҙемтәләр һәм үлем ихтималлығын минимумға тиклем кәметә.
Беҙҙең республикала ла грипҡа ҡаршы прививка эшләтеү әүҙемләшә бара. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 287 мең кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Быйыл уны бөтәһе ике миллион кешегә яһау планлаштырыла.
Республиканың билдәле шәхестәре, етәкселәр киҙеүгә ҡаршы прививка яһатып, халыҡты үҙ өлгөһөнә ҡушылырға, киҫкен миҙгелде мөмкин тиклем еңел, өҙлөгөүҙәрһеҙ үткәрергә, сәләмәт тормош алып барырға саҡыра.
Бына бөгөн республика Хөкүмәте вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла грипҡа ҡаршы прививка яһатыуы тураһында үҙенең “Фейсбук”тағы сәхифәһе аша хәбәр итте.