Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
17 Октябрь 2020, 12:00
Һәр кем һатып алырлыҡ булһын
Тәү сиратта һүҙ “Фавипиравир” препараты тураһында бара, уның һуңғы сиктәге хаҡы Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән килешелгәндән һуң теркәләсәк
Коронавирус инфекцияһын дауалауға йүнәлтелгән ҡайһы бер препараттар йәшәү өсөн мөһим һәм кәрәкле дарыуҙар рәтенә индерелде. Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе.
Ул Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында Хөкүмәттең ошо препараттар исемлеген киңәйтеүе тураһында ҡарар сығарыуын әйтте. Оҙаҡламай был дарыуҙарға хаҡтар билдәләнәсәк. Йәшәү өсөн мөһим һәм кәрәкле (ЖНВЛП) препараттар исемлегенә индерелеү ауырыуҙар өсөн бик әһәмиәтле, хаҡтар көйләнәсәк, уларҙы һатып алыу һәр кемдең ҡулынан килерлек буласаҡ.
Тәү сиратта һүҙ “Фавипиравир” тураһында бара, уның һуңғы сиктәге хаҡы Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән килешелгәндән һуң теркәләсәк. Михаил Мурашконың әйтеүенсә, был бөтә категория халҡын да тәьмин итергә һәм терапияға сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: РИА Новости
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.