Әҙерләү өсөн кәрәк: 400-500 грамм самаһы эремсек, бер банка ҡуйыртылған һөт, ярты стакан шәкәр, 200 грамм ҡаймаҡ (кибеттеке йәки шыйыҡ ауыл ҡаймағы), 3-4 аш ҡалағы какао, 15-20 грамм желатин.
Желатинды 15-20 минутҡа 300 грамм самаһы (стакан ярым) йылы һыуға ебетергә ҡуябыҙ, ғәҙәттә, ул иреп бөтмәй, төйөрсөклө була, шуға күрә плитәлә бер тигеҙ массаға әйләнгәнсе болғай-болғай йылытабыҙ, әммә ҡайнатырға ярамай.
Желатин ебегән арала эремсеккә ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, блендерҙа яҡшы итеп иҙәбеҙ. Шуға желатинлы һыуҙы ҡушабыҙ (ул йылымыс булырға тейеш). Тағы болғайбыҙ ҙа массаны икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөнә какао ҡушабыҙ.
Шунан үтә күренмәле матур һауытҡа ике массаны алмашлап берәр ҡалаҡлап өҫтө-өҫтөнә һалабыҙ. Өҫтөн, фантазияғыҙҙы эшкә егеп, төрлөсә биҙәргә мөмкин. Ике-өс сәғәт һыуыҡ урында ултырһа, десерт әҙер. Әгәр желатин ҡулланырға теләмәһәгеҙ, кибеттән “агар-агар” тип аталған тәбиғи ҡатнашма һатып алырға мөмкин.