

Бөгөн республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә видеобәйләнеш тәртибендә үтте. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Сирләгән кешеләр һаны артыуын дауам итә.
2 авгусҡа ҡарата республикала сирҙең 48769 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә генә лә 260 кешелә инфекция булыуы асыҡланған.
– 2364 кеше өйҙә дауалана, 698-е дауаханаларҙа ята. 56 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, улар – интенсив терапия палатаһында. Ун кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Дауаханаларҙа ятҡан кешеләр араһында прививка яһатҡандар юҡ, – тине министр.
Коронавирустан үлгән кешеләр һаны йәнә антирекорд ҡуя. Һуңғы тәүлектә туғыҙ кеше вафат булған, бөтәһе 788 кеше вирус ҡорбаны тип иҫәпләнә. Пандемия башланғаны бирле 44919 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 120 кеше.
Республикала коронавирус инфекцияһын еңеү өсөн прививкалар һалыу кампанияһы дауам итә. Бөгөнгә ҡарата уның тәүге компонентын 940535 кеше алған, 688582 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Фото: ufatoday.ru