Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 19:00

Республикаға үҫмерҙәр өсөн вакцина килтерелә

Иртәгәнән башлап ҡайһы берәүҙәргә мотлаҡ прививка эшләү башлана. Ведомство сайтында тулы исемлек менән таныша алаһығыҙ.

Республикаға үҫмерҙәр өсөн вакцина килтерелә

Оҙаҡламай республикаға 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн вакцина килтереләсәк. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов бөгөнгө брифингта хәбәр итте.

Белеүебеҙсә, республикала ковидты йоҡторған балалар арта. Улар сирҙе сағыштырмаса еңел үткәрә, әммә хроник сирлеләр араһында ауыр кисергәндәр ҙә бар.

Тағы бер яңылыҡ. “Иртәгәнән башлап эпидемиологик күрһәткестәр буйынса халыҡтың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакцина яһатыу башлана”, – тип хәбәр итте “Роспотребнадзор”ҙың урындағы етәксеһе Анна Казак. Был халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән һөнәр кешеләренең барыһына ла ҡағыласаҡ. Иртәгә ведомство сайтында  тулы исемлек менән таныша алаһығыҙ. Был саралар илдең 30-ҙан ашыу төбәгендә индерелгән дә инде. Сәбәбе – йоғошло сирҙең ҙур тиҙлек менән таралыуында.

Анна Казак сабыйҙар менән өйҙә ултырған, йомоштары менән һөт кухняһына, магазиндарға барырға тура килгән әсәләргә үҙҙәре менән балаларын алып йөрөмәүҙе, бәйләнештәрҙе кәметеүҙе үтенде.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова