Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2021, 15:30

Халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа яңы ҡағиҙәләргә күнегә барғандай...

Тәүге көндән үк эшмәкәрлеген указдағы яңы үҙгәрештәргә көйләгән  “Плюшка” кафеһын өлгө итеп ҡуйырға була. Һәр ерҙә таҙалыҡ, антисептиктар бар,  урындар яңы талаптарға ярашлы  илле урындан  утыҙға тиклем кәметелгән

Халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа яңы ҡағиҙәләргә күнегә барғандай...
Халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа яңы ҡағиҙәләргә күнегә барғандай...

 Башҡортостан Башлығының коронавирус  таралыуы менән бәйле  юғары әҙерлек буйынса Указына индерелгән  яңы ҡағиҙәләрҙе үтәү баш ҡалала нисек бара? Халыҡ тормошона ла, эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенә лә туранан-тура ҡағылған үҙгәрештәргә күнегеү еңел бирелмәйҙер, тик әлегә эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу буйынса башҡа тәьҫирле  сара юҡ. Ҡағиҙәләр барыбыҙҙан да етди ҡараш, дисциплина, сабырлыҡ талап итә, тик әлегә уларға ҡарата әҙерлек тә, мөнәсәбәт тә төрлөсә икәнлеген сираттағы рейд ваҡытында күрҙек һәм инандыҡ.

Орджоникидзе районы хакимиәтенең  сауҙа бүлеге белгесе Гүзәл Вәлишина, Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәре Альбина Вәлиева,  Йәмәғәт хәүефһеҙлеге  үҙәге белгесе Надежда Аверьянова бына икенсе аҙна инде райондағы сауҙа үҙәктәре, парикмахерский,  кафе, матурлыҡ салондары, СПА-салондар буйынса йөрөп,  яңы үҙгәрештәрҙең нисек үтәлеүен тикшерә, һорауҙарға яуап бирә.

–Ике аҙна ваҡыт әллә ни күп ваҡыт түгел, шулай ҙа бындай ҡатмарлы эпидемиологик  осорҙа ниндәйҙер һығымта яһарға булалыр. Яңы ҡағиҙәләрҙең үтәлешен нисек баһалайһығыҙ?– тип мөрәжәғәт иттек рейдты ойоштороусыларҙың береһе Гүзәл Вәлишинаға.

–Айырма ҙур, ошо ваҡыт эсендә тәүҙә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына талаптарҙы  үтәргә тотонғандарҙың күпселеге хәҙер үҙҙәрендә  тулы тәртип булдырҙы. “Апельсин” сауҙа комплексында тәүге барыуыбыҙҙа битлек режимын һанға һуҡмағандарҙың күплеген, термометрия үткәрелмәгәнен  һәм башҡа ҡағиҙәләрҙең  теүәл үтәлмәүен  күреп аптырағайныҡ. Иҫкәртеүҙәрҙән һуң эпидемиологик талаптар үтәлә, битлек режимы һаҡлана.  Тимәк, рейдтар юҡҡа үткәрелмәй.

...Рәсәй урамының 11-се йортонда урынлашҡан “Магнит” сауҙа комплексы бинаһында башҡа сауҙа нөктәләре, парикмахерский, тегеү оҫтаханаһы, ломбард урынлашҡан, тимәк, бынан  иртәле-кисле халыҡ өҙөлмәй тигән һүҙ. Ишек төбөндә беҙҙе бер кем дә ҡаршыламаны,  термометрия үткәрмәйҙәр, һатып алыусыларҙың күбеһе битлек кеймәгән, кейгән тигәне лә уны  эйәгенә генә эләктереп алған. Бер аҙҙан ишек  төбөндә  һатып алыусыларҙың вакцина яһатыу тураһында  сертификатын йәки сирҙе үткәреү тураһындағы белешмәһен тикшерергә тейешле администратор  килеп етте. Роза Усманова бер аҙға ғына урынынан китеп торғанын,  кеше ресурстарының етешмәүенә, бер үҙенә өс эште башҡарырға тура килгәненә зарланды, аҡланды... Ысынлап та, ул бер кешенең сертификатын тикшергәнсе, апаруҡ сират йыйылып та китте. Бындай гөрләп торған сауҙа үҙәгендә бер кешенең халыҡты тикшереп үткәрә алмауы көн кеүек асыҡ. Рейд үткәреүселәр китеү менән хәл тағы ла тәүге көйөнә ҡайтыуы ихтимал. Бер һүҙ менән әйткәндә, эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә формаль ҡараш ярылып ята.  Шуға күрә һатып алыусылар араһында ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә етерлек.

Шулай ҙа барыһы ла насар түгел әле. Тәүге көндән үк эшмәкәрлеген указдағы яңы үҙгәрештәргә көйләгән  “Плюшка” кафеһын өлгө итеп ҡуйырға була. Һәр ерҙә таҙалыҡ, антисептиктар бар,  урындар яңы талаптарға ярашлы,  илле урындан  утыҙға тиклем кәметелгән. Кулинария бүлегендә һәр кем битлектә. Кафе хужаһы Самвел Муразович  указға үҙгәрештәр индерелеү менән эште  үҙгәртеп ҡороуҙары тураһында һөйләне. ”Сир таралмаһын өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы, бер кем дә беҙҙә вирусты йоҡторорға тейеш түгел,” - тине ул.

Парикмахерскийҙар, матурлыҡ салондары ла үҙгәрештәргә яраҡлаша. Тик һәр береһе үҙенсә. ”Стрижка” салонында термометрия һәм разметканың булмауы асыҡланды.  Ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн антисептиктар ҙа юҡ.   Шулай ҙа иҫкәртеүҙәрҙән һуң тәртип буласағына ышандырҙылар.  Аҙаҡ “Лик”, “Svile”, “Nioxin”, “Ника” студиялары буйлап сәйәхәт иттек.  Салон хужаларының береһе лә тәртип булдырыуҙан баш тартмай, ваҡытында бинаны елләтәләр, килеүселәрҙең сертификаттарын тикшереүҙәрен белдерәләр.“

Барыбыҙ ҙа вакцина яһатҡанбыҙ , бер кемдең дә беҙгә  килеп сир йоҡтороуын теләмәйбеҙ,” ти ҡыҙҙар. Бер-ике салондың ябыҡ булыуы асыҡланды, хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла ауырып киткәнме, әллә тикшереүселәргә асмаҫҡа булғандармы – быныһын асыҡлап булманы.

Гүзәл Вәлишина фотолары.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: