Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь 2021, 09:00

Һыуҙан торған үҫемлек

Ул бик файҙалы, шулай ҙа белгестәр уны һаҡлыҡ менән файҙаланырға өндәй, сөнки...

Һыуҙан торған үҫемлек
Һыуҙан торған үҫемлек

 Был һутлы япраҡлы гөлдө белмәгән кеше юҡтыр ҙа.  Алоэ вера үҫемлеген косметика сараларын әҙерләүҙә йыш ҡулланалар. Ул күптәрҙең бүлмәләрендә үҫә, оҙаҡ йәшәй, өйҙә йөҙ йылға бер тапҡыр ғына сәскә ата, тиҙәр.  97 проценты һыуҙан торған алоэны быуаттар буйына тән тиреһе бешкәндә уңышлы файҙаланғандар. Унан крем һәм лосьондар етештерәләр, һутын эсәләр, төрлө салаттарға өҫтәйҙәр.

Шулай ҙа белгестәр уны һаҡлыҡ менән файҙаланырға өндәй, бүлмәлә үҫкән гөлдәрҙе аҙыҡ-түлеккә ҡушмаҫҡа өгөтләй, сөнки организмға кәрәкле матдәләр дозаһынан уларҙағы матдәләр  ун, хатта йөҙ тапҡырға артығыраҡ булыуы ихтимал.Өҫтәүенә уның бөтә сорттары ла ҡулланыу өсөн ярамай,  һаулығығыҙға зыян килтереп ҡуймағыҙ,  тип иҫкәртә табиптар.

 Донъяла алоэның 350-гә яҡын төрө бар, шуларҙың бары 15-е генә дауалауҙа ҡулланыла. Уның һутын дарыуханала һатып алырға мөмкин. Үҫемлек А,С, Е витаминдарына һәм минералдарға, фолий кислотаһына, холинға, антиоксиданттарға бай. Ундағы кальций, хром, селен, марганец, калий, натрий, цинк  көн һайын организмда матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа ҡатнаша. Ферменттар тире   сәлмәтлегенә  ыңғай йоғонто яһай, гормондары йәрәхәттәрҙе тиҙерәк уңалта.

Алоэ туҡыма һәм күҙәнәктәр сәләмәтлеген һаҡлаусы алыштырғыһыҙ һигеҙ аминокислотанан тора. Уны йыш ҡына ҡояшта ныҡ янғанда уңышлы ҡулланалар. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, уны шәкәр диабетына юлыҡҡанда файҙаланырға мөмкин, сөнки ул ҡандағы глюкозаны контролләргә һәм кимәлен кәметергә ярҙам итә. Тик үҫемлек һутын табип менән кәңәшләшмәйенсә файҙаланырға ярамай, сөнки уға ғына хас булған зарарлы үҙенсәлектәре лә бар.

Фото:Pixy.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: